Рух
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2022, 11:27

«УРАЛ АРЪЯҒЫ – 2022» ИНВЕСТИЦИЯ ҺАБАНТУЙЫНА БАШҠОРТОСТАНДЫҢ 200-ЛӘП ИРЕКМӘНЕ ЙӘЛЕП ИТЕЛГӘН

Мең ярым ҡунаҡ, стратегик сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, эш төркөмдәре ултырыштары ойошторолған биш төп майҙансыҡ, шулай уҡ профилле күсмә ултырыштар, тиҫтәләгн килешеүҙәр, күп милләтле Башҡортостандың тарихын һәм ҡунаҡсыллығын тасуирлаған мәҙәни программа - быларҙың барыһы ла «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы.

«УРАЛ АРЪЯҒЫ – 2022» ИНВЕСТИЦИЯ ҺАБАНТУЙЫНА БАШҠОРТОСТАНДЫҢ 200-ЛӘП ИРЕКМӘНЕ ЙӘЛЕП ИТЕЛГӘН
«УРАЛ АРЪЯҒЫ – 2022» ИНВЕСТИЦИЯ ҺАБАНТУЙЫНА БАШҠОРТОСТАНДЫҢ 200-ЛӘП ИРЕКМӘНЕ ЙӘЛЕП ИТЕЛГӘН

Һуңғы бер нисә йыл дауамында Урал аръяғының башҡалаһы федераль һәм төбәк власы органдары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй иҡтисадын үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшергән төп майҙансыҡтарҙың береһе статусын нығытты.

Әммә бындай мөһим сараны ирекмәндәр ярҙамынан тыш тормошҡа ашырып булмаҫ ине. Быйыл «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйын үткәреүгә Өфөнән, Бәләбәйҙән, Сибайҙан, Салауаттан, шулай уҡ Мәскәүҙән 200-гә яҡын бала йәлеп ителгән.

- Һуңғы йылдарҙа республикала, һәм дөйөм алғанда, бөтә илдә ирекмәндәр хәрәкәтенә ҙур иғтибар бүленә. Халыҡ-ара кимәлдә ошондай ҙур саралар уҙғарып, беҙ балаларға ойоштороусылар командаһының бер өлөшө булыу, тәжрибә туплау, артабанғы үҫеш өсөн профессиональ сифаттарҙы үҫтереү мөмкинлеген бирәбеҙ, - тине Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.




Ирекмәндәр үҙ бурысын киләһе йүнәлештәр буйынса башҡара: ҡаршылау һәм оҙатыу, аккредитация, урынлаштырыу, навигация, протокол хеҙмәттәре, эшлекле программа ирекмәндәре.

Ирекмәндәрҙең күбеһе, йәғни 70 кеше, «Навигация» функцияһына йәлеп ителгән. Волонтер-навигаторҙар ҡунаҡтарҙың һәм ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына алсаҡ һәм дуҫтарса яуап бирергә, форум майҙансыҡтары буйлап юл күрһәтергә, шулай уҡ кәрәк булғанда тәғәйенләнгән урынға тиклем оҙатып барырға әҙер булырға тейеш.

Ойоштороусылар үҙ яғынан ирекмәндәргә Сибайға тиклем трансфер, өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү, сараны уҙғарыу ваҡытында функциональ бурыстарын үтәү өсөн кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итте. Бынан тыш, бөтә волонтерҙар өсөн функциональ уҡытыу ойошторолдо, ә уның йомғаҡтары буйынса ирекмәндәр кенәгәһенә яҙыу теркәләсәк һәм Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.

Сығанаҡ: pravitelstvorb

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: