Рух
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь , 11:10

СИБАЙҘА GLOBAL MANAGEMENT CHALLENGE ЧЕМПИОНАТЫНЫҢ БАШҠОРТОСТАН КУБОГЫ ФИНАЛЫ БУЛДЫ

2 июндә  Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйы башланды.  Уның сиктәрендә Global Management Challenge Халыҡ-ара бизнес стратегияһы һәм идараһы буйынса чемпионатының Башҡортостан кубогы финалы үтте.

СИБАЙҘА GLOBAL MANAGEMENT CHALLENGE ЧЕМПИОНАТЫНЫҢ БАШҠОРТОСТАН КУБОГЫ ФИНАЛЫ БУЛДЫ
СИБАЙҘА GLOBAL MANAGEMENT CHALLENGE ЧЕМПИОНАТЫНЫҢ БАШҠОРТОСТАН КУБОГЫ ФИНАЛЫ БУЛДЫ

Республикала был чемпионат Инвестһабантуй ҡыҫаларында икенсегә үтте. Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, бизнес-шерифтар, район һәм ҡала ойошмаларының етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен торған һигеҙ команданы берләштерҙе. 


Быйылғы программаның яңылығы булып корпоратив командалар өсөн күнекмә практикум үткәреү булды. Был командалар составына кредит ойошмалары, юғары уҡыу йорттары, эшҡыуарлыҡ берләшмәләре һәм бизнесҡа булышлыҡ итеүсе инфраструктуралар вәкилдәре инде.



Ҡатнашыусыларҙы республиканың Иҡтисад һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сәләмләне. Ул Рәсәй һәм Башҡортостандың иҡтисади мөмкинлектәрен тулы кимәлдә ҡулланыу мөһимлеге, бизнесты үҫтереүҙең илдең иҡтисадына этәргес көс булыуын билдәләне.

 

 

- Үткән йыл Башҡортостан Чемпионатта яңынан ҡатнаша башланы, - тине Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. – Федераль кимәлдә ҡатнашыу тәжрибәһе бар. «Бизнес Стратег» командаһы Чемпионаттың милли этабының юбилейлы  15-се этабының суперфиналында ҡатнашты. Быйыл милли финал  Ханты-Манси автоном өлкәһендә – Юграла буласаҡ. Унда Башҡортостан вәкилдәрен финал еңеүселәре араһында күрергә теләйем.



Global Management Challenge-2022 Кубогының төбәк этабы финалының еңеүселәре билдәләнде. Уларҙы бүләкләү церемонияһы 3 июндә, Инвестһабантуйҙың икенсе көнөндә үтә.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в