Килешеү Беларусь Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһының балалар ялын ойоштороу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүенә йүнәлтелгән.
- Һуңғы ваҡытта Башҡортостан менән Беларусь Республикаһы араһында эшлекле мөнәсәбәттәр әүҙемерәк үҫешә, был төбәк туризмы өсөн ыңғай тенденция булып тора. Быйыл Башҡортостандың туристик тармаҡ вәкилдәре делегацияһы танышыу визиты менән Белоруссияла булды. Беҙҙең туроператорҙар ҡунаҡсыл күршеләрҙең туристик потенциалын һәм үҫешкән эске туризмды юғары баһаланы. Үҙ сиратыбыҙҙа ҡунаҡтарға күрһәтерлек билдәле уңыштарыбыҙ бар, - тип билдәләне «Башҡортостан Республикаһы туризмды үҫтереү үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Руслан Юнысов.
Килешеүҙең предметы булып 2023 йылда Беларусь Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге балалар сәләмәтләндереү лагерҙарында 14-16 йәшлек балаларҙың ялын ойоштороу һәм тәьмин итеү тора. Документ ағымдағы йылдың 1 ноябренә тиклем ял итеү урындарын, даталарын, составтарын билдәләүҙе һәм раҫлауҙы, мәҙәни һәм экскурсия саралары менән ентекле программа әҙерләүҙе күҙ уңында тота.
Килешеү Башҡортостандың туризм индустрияһын үҫтереүгә һәм Беларусь Республикаһы менән халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итергә тейеш.
«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусы - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы.
pravitelstvorb.ru