Рух
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
2 Июня 2022, 14:35

«ДУҪЛЫҠ, ХЕҘМӘТТӘШЛЕК, БУЛЫШЛЫҠ ИТЕҮ - БАШҠОРТОСТАН БИЗНЕС-ШЕРИФТАРЫНЫҢ ТӨП ПРИНЦИПТАРЫ»: ҺАБАНТУЙҘА ҠАТНАШЫУСЫЛАР ИНТЕГРАЛЬ РЕЙТИНГ КҮРҺӘТКЕСТӘРЕН БАҺАЛАНЫ

«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында һәм тәүге Төбәк-ара бизнес-шерифтар форумы барышында «Иҡтисадты үҫтереүҙең һөҙөмтәле ҡоралы булараҡ бизнес-шерифтар институты» пленар дискуссияһы уҙҙы.  

«ДУҪЛЫҠ, ХЕҘМӘТТӘШЛЕК, БУЛЫШЛЫҠ ИТЕҮ - БАШҠОРТОСТАН БИЗНЕС-ШЕРИФТАРЫНЫҢ ТӨП ПРИНЦИПТАРЫ»: ҺАБАНТУЙҘА ҠАТНАШЫУСЫЛАР ИНТЕГРАЛЬ РЕЙТИНГ КҮРҺӘТКЕСТӘРЕН БАҺАЛАНЫ«ДУҪЛЫҠ, ХЕҘМӘТТӘШЛЕК, БУЛЫШЛЫҠ ИТЕҮ - БАШҠОРТОСТАН БИЗНЕС-ШЕРИФТАРЫНЫҢ ТӨП ПРИНЦИПТАРЫ»: ҺАБАНТУЙҘА ҠАТНАШЫУСЫЛАР ИНТЕГРАЛЬ РЕЙТИНГ КҮРҺӘТКЕСТӘРЕН БАҺАЛАНЫ
«ДУҪЛЫҠ, ХЕҘМӘТТӘШЛЕК, БУЛЫШЛЫҠ ИТЕҮ - БАШҠОРТОСТАН БИЗНЕС-ШЕРИФТАРЫНЫҢ ТӨП ПРИНЦИПТАРЫ»: ҺАБАНТУЙҘА ҠАТНАШЫУСЫЛАР ИНТЕГРАЛЬ РЕЙТИНГ КҮРҺӘТКЕСТӘРЕН БАҺАЛАНЫ

Башҡортостанда өс йыл элек муниципалитет башлыҡтары урынбаҫарҙары статусында бизнес мәнфәғәттәрен һәм инвестиция проекттарын урындағы кимәлдә һәм киңерәк - республика һәм төбәк-ара кимәлдә уҙғарыусы булараҡ бизнес-шерифтар барлыҡҡа килде. Ә бөгөн уларҙың эшмәкәрлек күрһәткестәре муниципаль райондарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге стандартының төп күрһәткестәренең береһе булып тора. Был турала дискуссияла ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция эшмәкәрлеге министры Рөстәм Моратов әйтеп үтте.

 


- Инвестиция һабантуйы инвестиция трендтары барлыҡҡа килгән урынға әйләнде. Бизнес-шерифтар эшмәкәрлегенең интеграль рейтингын да ҡуллана башлау осраҡлы түгел. Ул һеҙ башҡарған бизнесты яҡлау, уның бәләкәй һәм урта кимәлдә барлыҡҡа килеүенә шарттар тыуҙырыу кеүек эштәрегеҙҙе бик аныҡ сағылдыра. Бөгөн иң мөһиме - муниципалитеттарҙа инвестиция проекттарын һаҡлап ҡалыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанының артыуын хуплау. Республика йәлеп ителгән инвестицияларҙың үтә юғары динамикаһын күрһәтә, быйыл беренсе кварталда ғына был күрһәткес 124 проценттан ашыу булды, - тип билдәләне беренсе вице-премьер.

 



Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов башланған инвестиция проекттары буйынса «ҡыҙыл зона»ларҙың сәбәптәрен, артабан «эшҡыуарҙар сәғәтенең» һөҙөмтәлелеген иғтибарлап анализлау һәм баҫымды статистикаға түгел, ә реаль эштәргә йүнәлтеү кәрәклеге хаҡында һөйләне.

- Һеҙҙән яҡшыраҡ һәм компетентлыраҡ кеше юҡ. Ләкин эшҡыуарҙарға драйв бирегеҙ, бына улар һеҙҙән нимә көтә, ә беҙ - эшлекле әүҙемлектең реаль үҫешен. Минең өсөн бизнес-шериф - идеялар генераторы һәм һәр саҡ яңы ҡарарҙар эҙләүсе кеше, - тип билдәләне Рөстәм Афзалов.

 



Бизнес-берләшмәнең власҡа ышанысы, һис шикһеҙ, муниципалитеттарҙа формалаша. Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар министры урынбаҫары Алексей Илмәтов Башҡортостан бизнес-шерифтар институты менән Һамар өлкәһендә ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында хәбәр итте.

- Һеҙҙән айырмалы рәүештә, беҙ юлдың башында ғына, коллегалар. Әлегә эште муниципалитеттарҙағы кешеләр бөтә мөмкинлектәр һәм вәкәләттәр йыйылмаһына эйә булырлыҡ итеп ойошторорға тырышабыҙ. Беҙ бизнес буйынса ошондай адвокат-оҙатыусы кәрәклеген күрәбеҙ - административ баҫым тигән йәшерен потенциалдә, идея буйынса, муниципалитет башлығы урынбаҫары «сисергә» тейеш. Әйткәндәй, рейтинг менән идея бик яҡшы - ярыш мәле дәртләндереү һөҙөмтәһе бирә, - тине Алексей Илмәтов.



Республикалағы практиканы Липецк өлкәһе бизнес-шерифтары Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып үҙләштерә, тик властағы был кешеләрҙе улар бизнес-кураторҙар тип йөрөтә.

 - Былтыр дүрт районда ошо башлыҡ урынбаҫары статусындағы вәкил тәжрибәһен ҡулланылышҡа индерҙеләр. Уны эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәре өсөн «берҙәм тәҙрә» итеп тәҡдим иттеләр. Хәҙер инде һөҙөмтәлелеккә инанғас, бөтә муниципалитеттарға, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡтың бөтә контроль, күҙәтеү һәм иҫәп органдары менән аралашыуында аралашсы булараҡ, тараттылар, «эшҡыуарлыҡ сәғәте»н индерҙеләр. Бизнес-кураторҙарға эшҡыуарҙарҙың фекерләүе менән эшләргә лә эшләргә әле. Дөйөм алғанда эшҡыуарҙар ҡәнәғәт, - тип уртаҡлашты Липецк өлкәһенең иҡтисади үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ирина Жукова.

 


Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ла эшҡыуарҙар әле һаман бизнес-шерифтарға төрлөсә ҡарай. Әммә, һорау алыуҙар буйынса фекер йөрөткәндә, ышаныс кимәле һәм һөҙөмтәлелекте баһалау 84 проценттан ашҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда ғына Башҡортостанда бизнес-шерифтар ҡатнашлығында «эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә» 49,5 мең яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге менән дөйөм суммаһы 446,9 миллиард һумлыҡ 3 609 инвестиция проекты ҡаралды.

- Был юҫыҡта төбәкте экспортлау өлөшөндә бизнес-шерифтар эшен дә билдәләп үтергә кәрәк, - тине Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. - Был бөтә республика буйынса предприятиеларға яңы ярҙам саралары, экспорт программалары, шулай уҡ Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге эше тураһында белергә мөмкинлек бирә. Шулай итеп, улар бик мөһим роль уйнай - урындарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендә эксперттар булыуҙан тыш, төбәктә экспортты үҫтереү өсөн дә яуап бирә, тип өҫтәне ведомство етәксеһе.

Республика хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас