Рух
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май , 13:46

ҺАБАНТУЙҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Быйыл район һабантуйы 4 июнгә билдәләнеүен барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Унда ниндәй яңылыҡ көтөүен беләһегеҙме?  

ҺАБАНТУЙҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
ҺАБАНТУЙҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Байрамда производство, хеҙмәт коллективтарының алдынғыларын бүләкләйәсәктәр, әлбиттә, төрлө конкурстар, ярыштар, милли уйындар ойошторола. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күркәм тамаша, концерт әҙерләй.

Һабантуйға яңылыҡ индерелә: башҡорт халҡының атта һыбай килеш ярышы - «Ылаҡ уйыны» («Күк бүре») беренсе тапҡыр үткәреләсәк. Был бәйге оҫталыҡ, таһыллыҡ, етеҙлек талап итә. Атта сабып барған килеш улаҡты (ылаҡ) эләктерергә, уны ҡаршы яҡҡа бирмәйенсә, тейешле урынға илтеп еткерергә кәрәк.

Әлегә ике команда – Михайловка һәм Төрөмбәт ауыл советтарынан – уйында ҡатнашырға теләк белдергән.

Бынан тыш, спорт ярыштары, ат сабышы, милли көрәш, халыҡ уйындарында ла теләүселәр ҡатнаша ала.

Шулай уҡ ауыл биләмәләре тирмәләр, милли ихаталар урынлаштыра, биҙәй.

Ҡунаҡтарҙы сағыу концерт программаһы көтә. Балалар өсөн төрлө аттракциондар эшләйәсәк. Сауҙа нөктәләре урынлаштырыласаҡ.

Һәр кем үҙенең күңеленә оҡшаған ярышта ҡатнаша йәки тамаша ҡыла ала.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в