Рух
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2022, 10:49

Матбуғат конференцияһында Үлемһеҙ полкты үткәреү тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр

 «Россия сегодня» Халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Үлемһеҙ полк акцияһын үткәреү форматы тураһында һөйләнеләр

Матбуғат конференцияһында Үлемһеҙ полкты үткәреү тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр
Матбуғат конференцияһында Үлемһеҙ полкты үткәреү тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр

Быйыл традицияға ингән парад ойошторола, унда геройҙарыбыҙҙың - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың портреттары менән милләтселекте тар-мар иткән еңеүселәрҙе хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн Рәсәйҙең баш ҡалаһынан алып иң бәләкәй тораҡ пукттарының  урамдарына һәм майҙандарына берҙәм сығабыҙ. Үкенескә күрә, эпидемиологик хәл барлыҡ төбәктәрҙә лә Үлемһеҙ полк йөрөшөн ҡәҙимге форматта уҙғарырға мөмкинлек бирмәй. Уны ойоштороу менән сит илдәрҙәге байтаҡ ватандаштарыбыҙ өсөн дә ҡатмарлыҡтар тыуҙы.

Шуның менән бәйле Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы Үҙәк штабы был биләмәләргә онлайн рәүештә Үлемһеҙ полкта ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы үҙәк штабы рәйестәше, генерал-полковник, Изге Георгий ордены кавалеры Сергей Макаров белдерҙе. «Беҙҙең өсөн иң мөһиме - граждандарыбыҙҙың именлеген тәьмин итеү. Пандемия сәбәпле ҡайһы бер төбәктәрҙә сикләүҙәр бөтөрөлмәгән һәм күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу мөмкин түгел. Әммә башҡа сәбәп тә бар. Бөгөн ҡайһы бер илдәрҙә үҙ позицияңды асыҡтан-асыҡ белдереү, нацизмға ҡаршы көрәштә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә үҙеңдең ихтирамыңды күрһәтеү ҡурҡыныс түгел, - тип билдәләне ул. - Үлемһеҙ полк менән урамдарға сығыу ихтималлығын 40-ҡа яҡын илдең белдерҙе, ләкин беҙ хәлдең тиҙ үҙгәреүен күрәбеҙ, шуға күрә был илдәрҙә байрам датаһына яҡыныраҡ тыйылыу булмаҫ тигән ышаныс юҡ. Шулай ҙа тантаналы йөрөш, онлайн-форматта булһа ла, уҙасаҡ, нацизмды еңеүселәр тураһындағы хәтер киләсәк быуындар өсөн һаҡланасаҡ».

 Үлемһеҙ полк акцияһы партнерҙары булып Бәйләнештә социаль селәтре, Сбер һәм Сбер Мобайл, «Еңеү ирекмәндәре» онлайн форматта сығыш яһай

Проектта ҡатнашыу өсөн 7 майға тиклем онлайн-йөрөштөң 2022.polkrf.ru. битендә  теркәлергә кәрәк. Уға туранан-тура Рәсәй Үлемһеҙ полкы сайтының polkrf.ru төп битенән һәм Халыҡ-ара Үлемһеҙ полк polk.press сайтынан күсергә мөмкин.Бәйләнештә һәм Класташтар социаль селтәрҙәге мини-ҡушымталар аша заявка бирергә мөмкин. «Былтырғы онлайн-йөрөштә ҡатнашыусыларҙың шәхси кабинеттары һаҡланған. Әгәр ҙә һеҙ ниндәй ҙә булһа төҙәтмәләр индерергә планлаштырмайһығыҙ икән, геройҙар йәнә онлайн-сафта үтһен өсөн уларҙың шәхси кабинетта ҡатнашыуын раҫлау ҙа етә», - тип һөйләне Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы үҙәк штабы рәйестәше, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Елена Цунаева. Ул шулай уҡ шәхси кабинетта бер нисә яңылыҡ барлыҡҡа килеүен хәбәр итте. Ветерандарҙы ҡулланыусының туғандары кеүек үк мәғлүмәттәр менән урынлаштырған кешеләрҙе эҙләү һәм уларға хәбәр ебәреү мөмкинлеге өҫтәлде. Ғаризаны модератор хуплағандан һуң шәхси кабинетта ветерандың йөрөштә ҡатнашыуына һылтанма барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, хәҙер һәр кем трансляция барышында геройҙары хаҡында тарихтар һәм хәтирәләр өҫтәргә мөмкин.

Уны 9 майҙа, Еңеү көнөндә, урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан алып 2022 йылдың онлайн-йөрөш битендә, Класташтар һәм Бәйләнештә социаль селтәрҙәрендә - Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы берләшмәләрендә - һәм Okko онлайн-кинотеатрында ҡарарға мөмкин. Онлайн-йөрөш трансляцияһы бер тәүлек дауам итәсәк. «Үлемһеҙ полк геройҙары Ҡыҙыл майҙан буйлап онлайн үтә һәм быйыл ветерандарҙың карточкаһы уны дөйөм сафта күреү уңайлыраҡ булһын өсөн төҫ менән яҡтыртыла, , - тине Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы Башҡарма комитеты етәксеһе Наталья Шадрина. - Шулай уҡ Үлемһеҙ полкты ҡараған саҡта онлайн тематик стикерҙар өҫтәргә, һәр геройҙың карточкаһына баҫырға һәм уның тарихы менән танышырға мөмкин». Онлайн-тапшырыуҙа күрһәтеүгә модерация үткән ғаризалар һәм тарихтар ғына индереләсәк.

 

«Бөгөн илебеҙ мәғлүмәттәр һуғышының эпиүҙәгендә тора. Дезинформация өсөн дошман көстәрен дә, сараларын да йәлләмәй. Онлайн рәүештә үткән Үлемһеҙ полкка, алдағы йылдарҙағы кеүек үк, хакер һөжүмдәре лә яһалырға мөмкин. Меңдән ашыу Еңеү ирекмәне онлайн-йөрөш ғаризаларын модерациялау өсөн уҡыуҙар үтте һәм төрлө провокацияларға әҙер», - тип белдерҙе Еңеү ирекмәндәре етәксеһе, Рәсәй Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү комитеты рәйесе урынбаҫары Ольга Занко.

Үлемһеҙ полкты уҙғарыу тураһында бөтә һорауҙарға 8-800-20-1945-0 ҡыҙыу линия телефоны буйынса консультация алырға мөмкин. Ул 9 майға тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: