Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2022, 09:53

БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҮҪТЕРЕҮ ЙҮНӘЛЕШЕ БУЙЫНСА КОНКУРС

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды 2022 йылға икенсе гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы.

БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҮҪТЕРЕҮ ЙҮНӘЛЕШЕ БУЙЫНСА КОНКУРС
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҮҪТЕРЕҮ ЙҮНӘЛЕШЕ БУЙЫНСА КОНКУРС

Конкурс мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлеше буйынса уҙғарыла.

Уның бюджеты 50 миллион һум. Бер проект өсөн гранттың күләме 3 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 28 апрелдән 30 майҙың 17.00 сәғәтенә тиклем грантыглавы102.рф сайтында ҡабул ителә.

Иғтибар: проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты 2022 йылдың 1 сентябренән башланып, 2023 йылдың 31 авгусынан да һуңға ҡалмайынса тамамланырға тейеш.

Белешмәләр өсөн телефон: 7 903 311 69 37;

                                          7 967 453 92 72.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: