Рух
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2022, 23:29

БЫЙЫЛ «ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК» АКЦИЯҺЫ НИСЕК ҮТӘСӘК?

9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһы илдең барлыҡ ҙур тораҡ пункттарында ғәҙәти форматта ойошторола. Халыҡтың берҙәмлеген күрһәтеү өсөн Башҡортостанда ошо айҡанлы берҙәм ваҡыт арауығы раҫланды.

БЫЙЫЛ «ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК» АКЦИЯҺЫ НИСЕК ҮТӘСӘК?
БЫЙЫЛ «ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК» АКЦИЯҺЫ НИСЕК ҮТӘСӘК?

9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһы илдең барлыҡ ҙур тораҡ пункттарында ғәҙәти форматта ойошторола. Халыҡтың берҙәмлеген күрһәтеү өсөн Башҡортостанда ошо айҡанлы берҙәм ваҡыт арауығы раҫланды.

  •  

Өфөлә акцияны үткәреү урыны итеп Октябрь проспекты һайланған. Колонна «Һалле ҡалаһы» туҡталышынан теҙелә башлай. Тантаналы йөрөш Кольская урамы менән киҫелешкә тиклем дауам итәсәк.

Республика буйынса «Үлемһеҙ полк» колонналары иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем сафҡа баҫа. Һуғыш йылдарында хәрби комиссариаттар мобилизацияланған резервистарҙан отрядтар йыйып, уларҙы хәрби частарға оҙатыу өсөн тап бер сәғәт ваҡыт бүлгән. Колонна Юрий Левитандың телмәре һәм «Священная война» йыры менән асыла, артабан һуғыш йылдары көйҙәре яңғыраясаҡ.


Сәғәт 11-ҙә «Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булыусыларҙың яҡты иҫтәлеге» дөйөм республика сараһы башлана, Бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә. Шунан һуң йөрөш ойошторола.

 

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге – матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса Өфөлә Еңеү парадында тәүгә һыбайлылар һәм кинологтар ҡатнаша.

9 майҙа Өфөнөң Октябрь проспекты буйлап тантаналы рәүештә Өфө территориаль гарнизоны, федераль башҡарма власть органдары хәрби хеҙмәткәрҙәре, йәш армеецтар, кадеттар, уҡыу йорттары курсанттары, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары үтәсәк.

 

Быйыл тәүге тапҡыр Хәрби сәнғәт уйындары федерацияһы тәрбиәләнеүселәренең, кадеттарҙың һәм хәрби-патриотик клуб курсанттарының ҡул көрәше алымдары элементтары менән күрһәтмә сығыштар ойошторола.

 

Парад расчеттарының тантаналы сараһы «Первушино» аэродромының ун бер самолетынан торған пилотаж төркөмөнөң һәм «ХелиПорт-Өфө» вертолет комплексының өс бәләкәй авиация машинаһының сығышы менән тамамланасаҡ.

 

  • (Республика матбуғат саралары мәғлүмәте буйынса әҙерләнде).
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: