Рух
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2022, 11:45

• БАШҠОРТОСТАНДА «ҺИНЕҢ ИСЕМЕҢ - ЕҢЕҮСЕ!» КИНОАКЦИЯҺЫ БАШЛАНДЫ

21 апрелдән Башҡортостанда «Һинең исемең - Еңеүсе!» киноакцияһы башланды «Һинең исемең - Еңеүсе» акцияһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған.  

•	БАШҠОРТОСТАНДА «ҺИНЕҢ ИСЕМЕҢ - ЕҢЕҮСЕ!» КИНОАКЦИЯҺЫ БАШЛАНДЫ
• БАШҠОРТОСТАНДА «ҺИНЕҢ ИСЕМЕҢ - ЕҢЕҮСЕ!» КИНОАКЦИЯҺЫ БАШЛАНДЫ

21 апрелдән Башҡортостанда «Һинең исемең - Еңеүсе!» киноакцияһы башланды

«Һинең исемең - Еңеүсе» акцияһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған.  Проектты ойоштороусылар - Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Башҡортостан Кинематографистар союзы, «Родина» кинотеатры, республиканың муниципаль кинозалдары.

 

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Зилә Баймырҙинаның хәбәр итеүенсә, Өфөнөң «Родина» кинотеатрында һәм республиканың муниципаль кинотеатрҙарында 1941-1945 йылғы бөйөк ваҡиғалар һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында иң яҡшы Рәсәй һәм Башҡортостан фильмдары күрһәтеләсәк.

 

Программала «Беренсе Оскар» (режиссеры - Сергей Мокрицкий) һәм «1941. Берлин өҫтөндә ҡанаттар» (режиссеры Константин Буслов), шулай уҡ тамашасылар яратып өлгөргән «Ҡыҙыл шәүлә» (режиссеры Андрей Богатырев), «Мария. Мәскәүҙе ҡотҡарырға» (режиссеры Вера Сторожева) һәм «Һеңлекәш» (режиссеры Александр Галибин) фильмдары.

Тамашасылар Башҡортостан кинематографистарының альманахын ҡарай ала, унда «Кластан тыш дәрес» (режиссеры Руслан Юлтаев), «Саптар» (режиссеры Роман Пожидаев) һәм «Өс хат» (режиссеры Руслан Юлтаев) исемле ҡыҫҡа метражлы фильмдар инәсәк.

Пушкин картаһы эшләй. Шулай уҡ хәйриә сеанстары ла планлаштырылған.

Фото: "Башҡортостан" киностудияһы.

Автор:
Читайте нас: