Рух
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2022, 10:23

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ЯҘЫУСЫЛАР ЙЫЛДАН-ЙЫЛ АРТА БАРА

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа Башҡортостандың бөтә район-ҡалалары, Рәсәй төбәктәре һәм бөтә донъя буйлап төрлө илдәр ҡатнашты. Сит ерҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙән дә эштәр ҡабул ителде.

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ЯҘЫУСЫЛАР ЙЫЛДАН-ЙЫЛ АРТА БАРА
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ЯҘЫУСЫЛАР ЙЫЛДАН-ЙЫЛ АРТА БАРА

Диктант яҙыуҙа 334 523 кеше ҡатнашҡан! Уларҙың 125 179-ы башланғыс, 140 019-ы иркен аралашыу кимәлендә һәм 69 325 кеше төнъяҡ-көнбайыш диалектында яҙған.

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант йылдан-йыл киңәйә, ҡыҙыҡлыраҡ һәм берҙәмерәк була бара.

Республика Башлығы Радий Хәбиров та  акцияла ҡатнашты.

Быйыл диктантты офлайн-майҙансыҡтарҙа йыйылып бергәләп яҙыу мөмкинлеге булды.

Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалалары, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Пермь, Алтай, Приморский крайҙары, Якутия, Татарстан республикалары һ.б. ҡатнашты.
Шулай уҡ Үзбәкстан, Таджикистан республикаларынан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Канада, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, АҠШ илдәренән диктант яҙыусылар булды.
Билдәле йырсы Зилиә Бәхтиева диктантты Башҡортостан юлдаш телевмдениеһында тура эфирҙа яҙҙы. “Тура эфирҙа диктант яҙыуы биҡ ҡыҙыҡ та, яуаплы ла эш. Текст ныҡ уйландырҙы, бай йөкмәткеле булды. Күп йылдар сәхнәлә ижад итеп йөрөгәс, башҡорт теле грамматикаһы онотола башлаған. Ләкин бындай саралар барлыҡ йәһәттән дә камилыраҡ булырға әйҙәй,” – тип үҙ фекерен белдерә.
Диктант-2022 ҡатнашыусыларының һәр береһенә электрон сертификаттар йүнәлтеләсәк.

 

(РЕСПУБЛИКА МАТБУҒАТЫ МАТЕРИАЛДАРЫ БУЙЫНСА).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: