+19 °С
Болотло
23 апрель “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022” акцияһы үткәнен беләбеҙ. Башҡортостандың бөтә райондары кеүек үк, беҙҙә лә диктант яҙыусылар күп булды.
Талбазы башҡорт гимназияһында ла диктант яҙыу майҙансығы ойошторолдо. Унда ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар менән бергә район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Сергей Цуканов, мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләжетдинов та ҡатнашты.