Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2022, 10:17

23 АПРЕЛДӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ ҮТӘСӘК. ҠУШЫЛЫҒЫҘ!

2022 йылдың 23 апрелендә Өфө ваҡыты менән сәғәт 11-ҙә офлайн һәм онлайн форматта диктант яҙыу ойошторола Ҡатнашыу шарттары менән түбәндәге һылтанма буйынса танышығыҙ:

23 АПРЕЛДӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ ҮТӘСӘК. ҠУШЫЛЫҒЫҘ!
23 АПРЕЛДӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ ҮТӘСӘК. ҠУШЫЛЫҒЫҘ!

2022 йылдың 23 апрелендә Өфө ваҡыты менән сәғәт 11-ҙә офлайн һәм онлайн форматта диктант яҙыу ойошторола

ОФЛАЙН-ФОРМАТта

  • Башҡорт дәүләт университетында
  • М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында
  • Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтында
  • Башҡортостан Республикаһы Милли музейында

ОНЛАЙН-ФОРМАТта

11.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, Телеграм-каналда

Диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлайҙар:

- 11.00-11.25 сәғәттә – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;

- 11.30-12.00 сәғәттә – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

- 12.05-12.30 сәғәт арауығында – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙғандар өсөн.

Башҡорт телендә иркен аралашҡан кешеләр өсөн тексты Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев уҡый.

Башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн тексты “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов уҡый.

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусыларға тексты М. Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нуриева уҡый.

Теләүселәр диктантты өйҙә үҙаллы яҙа ала. Диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп (сканер аша үткәреп), 2022 йылдың 24 апреленең төнгө 23.59 сәғәтенә тиклем [email protected] электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк.

Шулай уҡ эфирҙың ҡабатланыуын ҡарап та яҙырға була. Тура эфирҙың видеояҙмаһын рәсми сайтта 2022 йылдың 24 апреленең 23.59 сәғәтенә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ҡарарға мөмкин.

Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеге  https://bashdictant.ru/  сайтында.

Ойоштороусылар башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларҙың барыһын да акция барышында төшкән фотоһүрәттәрҙе социаль селтәргә һалырға һәм #БашДиктант2022 #башҡорттелендәдиктант хештегтарын ҡуйыуҙы һорай.

 

https://bashdictant.ru/  мәғлүмәттәре буйынса

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: