Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2022, 13:59

РАЙОН ПОЛИКЛИНИКАҺЫНДА – ЯҢЫ ҠОРАМАЛДАР

ТАЛБАЗЫ ҮҘӘК РАЙОН ДАУАХАНАҺЫ ПОЛИКЛИНИКАҺЫНДА ФЛЮОРОГРАФИЯ ҺӘМ РЕНТГЕН КАБИНЕТТАРЫ ЯҢЫРТЫЛА

РАЙОН ПОЛИКЛИНИКАҺЫНДА – ЯҢЫ ҠОРАМАЛДАР
РАЙОН ПОЛИКЛИНИКАҺЫНДА – ЯҢЫ ҠОРАМАЛДАР

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының  «Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә беренсел звеноны модернизациялау» программаһы буйынса үткән айҙа бында яңы ҡорамалдар: заманса цифрлы рентген аппараты, маммограф, флюорограф ҡайтарылған. Шулай уҡ Уралсиб банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәт хаҡы проекты буйынса партнерлыҡ мөнәсәбәттәре сиктәрендә бағыусылыҡ ярҙамы менән денталь рентген аппараты һатып алынған.

 

Әле рентген кабинетының диагностика ҡорамалдары алмаштырыла. Бинала капиталь ремонт үткәрелгән, ҡорамалдарҙы монтажлау һәм тоташтырыу эштәре башланған. Флюорография кабинетында яҡын арала ремонт эштәре тамамлана һәм флюорограф монтажланасаҡ.

Кабинеттар яңыртылған заманса төҫ ала - уларҙа иҙән, түшәм, стеналар алмаштырылған, сантехникаһы, яҡтыртыу тулыһынса яңыртылған. Был кабинеттарҙы ремонтлауға ғына республика бюджетынан 2 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Кәрәкле документтар алғандан һуң пациенттарҙы ҡабул итеү башланасаҡ.

 

Яңы һанлы ҡорамал пациентҡа минималь нур көсөргәнешендә сифатлы рәсем алырға мөмкинлек бирә. Ошо флюорография ҡулайламаһы ярҙамында күкрәк ситлеге ағзаларының төрлө ауырыуҙарын башланғыс стадияла асыҡларға мөмкин. Бынан тыш, аппараттар заманса медицинаның бөтә талаптарына яуап бирә, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтә һәм камиллаштыра.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: