Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2022, 10:59

РАЙОНДА ТАРМАҠ-АРА СПАРТАКИАДА ҮТТЕ

16 апрелдә район ойошмаларының хеҙмәт коллективтары араһында Урындағы үҙидара көнөнә арналған тармаҡ-ара спартакиада үткәрелде

РАЙОНДА ТАРМАҠ-АРА СПАРТАКИАДА ҮТТЕ
РАЙОНДА ТАРМАҠ-АРА СПАРТАКИАДА ҮТТЕ

16 апрелдә район ойошмаларының хеҙмәт коллективтары араһында Урындағы үҙидара көнөнә арналған тармаҡ-ара спартакиада үткәрелде.

Көн йонсоу булыуға ла ҡарамаҫтан, Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залында йылы мөхиттә барҙы сара.

6 спорт төрөндә район ойошмаларынан 7 команда ҡатнашты. Гер спорты буйынса ярыштарҙа 1-се урынды - Газпром асыҡ акционерҙар йәмғиәте, 2-се урынды - Урындағы үҙидара органдары, 3-сө урынды - Талбазы үҙәк район дауаханаһы яуланы.

Армспорт буйынса ярыштарҙа 1-се урын - Талбазы үҙәк район дауаханаһында, 2-се урын - мәғариф бүлегендә, 3-сө урын - Газпром асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә.

Шахмат, өҫтәл теннисы, волейбол буйынса ярыштарҙа 1-се урынды мәғариф бүлеге лайыҡлы алды. Мини-футбол буйынса ярыштарҙа Республика эске эштәр бүлегенең район бүлексәһе командаһы алдынғылыҡты бирмәне.

Командалар зачеты буйынса беренсе урынды мәғариф бүлеге, икенсе урынды - Талбазы үҙәк район дауаханаһы, өсөнсөнө Газпром асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Урындағы үҙидара органдары командаһы яуланы.

https://vk.com/club176532996 төркөмө материалдары буйынса әҙерләнде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: