Рух
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2022, 09:34

РАЙОНДА ЯҘҒЫ ЭШТӘР БАШЛАНДЫ

“Район хужалыҡтарында иртә яҙғы баҫыу эштәренә тотондо. Ҡыш ҡар күп булыуға ҡарамаҫтан, тупраҡта дым күп түгел. Булғанын һаҡлау өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға кәрәк”, - тип яҙа үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы А.Шәһәретдинов. «Урожай» ауыл предприятиеһы баҫыуға биш агрегат сығарҙы.  «Урал» кооперативы ужым баҫыуҙарын ашлауҙы башланы. Бүтән хужалыҡтар ҙа яҡын арала сәсеү эштәренә тотонасаҡ. Улар барыһы ла орлоҡ, техника, ашламалар менән тәьмин ителгән. Яҙғы эштәрҙе ваҡытында башҡарып сығырға ниәтләйҙәр. (Фотолар А.Шәһәретдинов сәхифәһенән).

РАЙОНДА ЯҘҒЫ ЭШТӘР БАШЛАНДЫ
РАЙОНДА ЯҘҒЫ ЭШТӘР БАШЛАНДЫ

“Район хужалыҡтарында иртә яҙғы баҫыу эштәренә тотондо. Ҡыш ҡар күп булыуға ҡарамаҫтан, тупраҡта дым күп түгел. Булғанын һаҡлау өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға кәрәк”, - тип яҙа үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы А.Шәһәретдинов.

«Урожай» ауыл предприятиеһы баҫыуға биш агрегат сығарҙы.  «Урал» кооперативы ужым баҫыуҙарын ашлауҙы башланы. Бүтән хужалыҡтар ҙа яҡын арала сәсеү эштәренә тотонасаҡ. Улар барыһы ла орлоҡ, техника, ашламалар менән тәьмин ителгән. Яҙғы эштәрҙе ваҡытында башҡарып сығырға ниәтләйҙәр.

(Фотолар А.Шәһәретдинов сәхифәһенән).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: