Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2022, 12:28

БАШҠОРТОСТАНДА НЕВРОЛОГИЯ ҺӘМ РЕАБИЛИТАЦИЯ БУЙЫНСА КЛИНИК ИНСТИТУТ БУЛДЫРЫЛАСАҠ

 Бындай үҙәкте булдырыу мөһим социаль-иҡтисади әһәмиәткә эйә #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

БАШҠОРТОСТАНДА НЕВРОЛОГИЯ ҺӘМ РЕАБИЛИТАЦИЯ БУЙЫНСА КЛИНИК ИНСТИТУТ БУЛДЫРЫЛАСАҠ
БАШҠОРТОСТАНДА НЕВРОЛОГИЯ ҺӘМ РЕАБИЛИТАЦИЯ БУЙЫНСА КЛИНИК ИНСТИТУТ БУЛДЫРЫЛАСАҠ

Унда эшкә һәләтле халыҡҡа ла, инвалидтарға ла юғары квалификациялы медицина һәм реабилитация ярҙамы күрһәтеләсәк.

 Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы линияһы буйынса медицина ойошмалары, шул иҫәптән шифахана-курорт шарттарында өлкән йәштәге кешеләрҙе медицина реабилитацияһы ярҙамына йәлеп итеү дөйөм мохтаждар иҫәбенән 81 процент самаһы тәшкил итә. Был үҙен-үҙе хеҙмәтләндереү, көнкүреш, йәмәғәт, һөнәри һәм башҡа эшмәкәрлек һәләтен өлөшләтә йәки тулыһынса юғалтҡан өлкән йәштәге кешеләрҙең 19 проценттан ашыуы ошо ярҙамға ылыҡтырылмағанлыҡты аңлата, улар ойоштороласаҡ үҙәктә медицина-социаль реабилитация алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

- Проектты тормошҡа ашырыу 18 йәштән өлкән инвалидтарға реабилитация хеҙмәте алырға мөмкинлек бирәсәк һәм оло йәштәге инвалидтарҙың тормош сифатын яҡшыртыуҙа ҙур аҙым буласаҡ, - тип аңлата республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: