Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2022, 16:50

РАДИЙ ХӘБИРОВ БАШҠОРТОСТАНДА МАХСУС КЕЙЕМ ЕТЕШТЕРЕҮ БУЙЫНСА КОМПЕТЕНЦИЯЛАР ҮҘӘГЕН БУЛДЫРЫРҒА ТӘҠДИМ ИТТЕ

Бөгөн, 6 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еңел сәнәғәт предприятиеларында булды, шулай уҡ Махсус кейем етештереү буйынса компетенциялар үҙәген булдырыу мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Фекер алышыуҙа төбәк Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ көс структураларының территориаль бүлексәләре етәкселәре ҡатнашты.

РАДИЙ ХӘБИРОВ БАШҠОРТОСТАНДА МАХСУС КЕЙЕМ ЕТЕШТЕРЕҮ БУЙЫНСА КОМПЕТЕНЦИЯЛАР ҮҘӘГЕН БУЛДЫРЫРҒА ТӘҠДИМ ИТТЕ
РАДИЙ ХӘБИРОВ БАШҠОРТОСТАНДА МАХСУС КЕЙЕМ ЕТЕШТЕРЕҮ БУЙЫНСА КОМПЕТЕНЦИЯЛАР ҮҘӘГЕН БУЛДЫРЫРҒА ТӘҠДИМ ИТТЕ

Кәңәшмә «Магеллан» компаниялар төркөмөнә ингән «Уралпром-Маркет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең махсус кейем тегеү буйынса етештереү майҙансығында үтте. Ул 20 йылдан ашыу һунар, балыҡ тотоу һәм әүҙем ял өсөн махсус кейемдәр, сәнәғәт тармаҡтары өсөн махсус кейемдәр сығарыуҙа махсуслаша. Радий Хәбиров етештереү технологияһы, шулай уҡ продукция өлгөләре менән танышты. Уның ассортиментында - йәйге, ҡышҡы һәм миҙгелле костюмдар, курткалар, салбар, төрлө тәғәйенләнештәге күлдәктәр һәм плащтар.

«Уралпром-Маркет» директоры Игорь Шальнов һөйләүенсә, изделиелар өсөн туҡымалар һәм фурнитура ГОСТ-ҡа тап килә, был предприятиелар һәм ойошмалар талаптарына яуап биргән заманса кейем тегергә мөмкинлек бирә. Продукцияның сифаты сит ил аналогтары менән уңышлы конкурентлыҡ итергә мөмкинлек бирә. Экипировка һәм кейем-һалымға бөтә Рәсәйҙән заказдар килә.

Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы булышлығында «Уралпром-Маркет» предприятиеһы 2023 йылда автоматлаштырылған тегеү ҡорамалын һатып алырға ниәтләй. Был кейемде етештереү күләмен һәм сифатын арттырырға мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ уның үҙҡиммәтен кәметәсәк. Ошоға бәйле етәкселек Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә продукция оҙатыу мөмкинлектәрен тикшерә.

***

Кәңәшмәне асып, Башҡортостан Башлығы республиканың еңел сәнәғәт секторының уңышлы эшләүен билдәләне.

Етештереүселәрҙең тупланған тәжрибәһен иҫәпкә алып, республика Башлығы Башҡортостанда Махсус кейем сығарыу буйынса федераль кимәлдәге компетенциялар үҙәген булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны.

- Бөгөн «Магеллан» компаниялар төркөмө предприятиеларында беҙҙең еңел сәнәғәттең үҫеш нөктәләре - махсус, хәрби һәм корпоратив кейем тегеү үҫешә. Был иҡтисадтың ҙур секторы, - тине Радий Хәбиров. - Республикала бының менән шөғөлләнеүсе компаниялар күп булыуын иҫәпкә алып, бөтә етештереүселәр сылбырын - туҡымаларҙы һәм материалдарҙы, фурнитураны, әҙер экипировканы берләштереү маҡсатҡа ярашлы. Шул рәүешле беҙ төбәктә төрлө ойошмалар, шул иҫәптән көс ведомстволары һәм корпоратив структуралар өсөн махсус кейем сығарыу буйынса компетенциялар үҙәген ойоштора алыр инек.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә етештереүселәр менән берлектә яңы кооперация бәйләнештәрен һәм Компетенциялар үҙәген булдырыу буйынса юл картаһын әҙерләргә ҡушты.

***

Өфө буйлап эш сәфәре барышында Радий Хәбиров баш ҡалала MadyArt компаниялар төркөмөнөң етештереү цехтарын ҡараны. Ул ҡатын-ҡыҙҙар кейеме баҙарында 2003 йылдан эшләй, үҙенең дизайн-бюроһы һәм конструкторҙар бүлеге бар.

 Компаниялар төркөмө етәксеһе Игорь Черненко һүҙҙәренсә, йылына 90 мең тирәһе изделие етештерелә. Уларҙы Рәсәйҙең 11 ҡалаһындағы 25 салонында һаталар. Шулай уҡ үҙенең интернет-магазины бар. Һатып алыусыларға жакеттар, итәктәр, күлдәктәр, салбар, блузка, өҫкө трикотаж, пальто һәм плащтар тәҡдим итәләр.

- 2022 йылдың беренсе кварталында уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда интернет-магазинда тауар әйләнешенең 2,5 тапҡырға артыуын билдәләйбеҙ, - тине Игорь Черненко. - Һатыу маркетплейстарында һатыу өс тапҡырға артты.

2021 йылда еңел сәнәғәткә ярҙам программаһы буйынса компания 2,98 миллион һум күләмендә субсидия алды. Быйыл республика сеймал һәм ҡорамалдар һатып алыуға 7,93 миллион һум аҡса бүләсәк.

Белешмә:

Еңел сәнәғәткә ярҙам итеү республика программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостан предприятиелары 305 миллион һум күләмендә субсидия алған. 2020 йылда - 65, ә 2021 йылда 74 компанияға ярҙам күрһәтелде. Аҡса сеймал, материалдар һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелгән.

 

glavarb.ru сайты материалы буйынса.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: