1 майҙа илебеҙҙә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 майҙа Еңеү көнө билдәләнә. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, улар ял тип иҫәпләнә. Башҡортостанда шулай уҡ 2022 йылда дин тотҡан мосолмандар Ураҙа байрамын 2 майҙа билдәләйәсәк, был көн дә байрам тип иҫәпләнә.
«Рәсәй Хөкүмәтенең 1 ғинуарҙағы ҡарарына ярашлы, ял көнө – шишәмбегә, 3 майға, ә 2 ғинуар, йәкшәмбенән - шишәмбе, 10 майға күсерелгән, - тип асыҡланылар ведомствола. - 2022 йылда 1 май йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, ял көнө 1 майҙан дүшәмбегә, 2 майға күсерелә. Ураҙа байрамы 2 майҙағы ял көнөнә тура килә. Тимәк, 2 майҙан, ял көнө шаршамбыға, йәғни, 4 майға күсерелә».
Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр биш көнлөк эш аҙнаһында 30 апрелдә, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 майҙа ял итәсәк. Йома, 29 апрелдәге һәм 6 майҙағы эш сәғәттәре ҡыҫҡартылмай.