Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2022, 21:12

РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА 90 ЙЫЛ ТУЛЫУҒА АРНАЛҒАН КӨРӘШ ТУРНИРЫ ЛА ҺӨҘӨМТӘЛЕ БУЛДЫ

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған көрәш буйынса республика турниры үтте  

РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА 90 ЙЫЛ ТУЛЫУҒА АРНАЛҒАН КӨРӘШ ТУРНИРЫ ЛА ҺӨҘӨМТӘЛЕ БУЛДЫ
РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА 90 ЙЫЛ ТУЛЫУҒА АРНАЛҒАН КӨРӘШ ТУРНИРЫ ЛА ҺӨҘӨМТӘЛЕ БУЛДЫ

1-2 апрелдә Өфөлә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында, көрәш буйынса XV республика турниры уҙҙы. Унда республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан 70-тән ашыу йәш көрәшсе ҡатнашты. 10 команда спортсылары иң көслөләр исеме өсөн көс һынашты.

Тренер - уҡытыусы Булат Мирғәли улы Ильясов етәкселегендә Ауырғазы районы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе көрәшселәре йәнә юғары оҫталыҡ кимәлен раҫланы. Спортсыларыбыҙ почетлы призлы урындар яуланы:

30 килограмға тиклем беренсе урында – Дим Ғәлимов (Төрөмбәт мәктәбе)

45 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында беренсе урын – Искәндәр Сатлыҡовта (Талбазы башҡорт гимназияһы)

60 килограмға тиклем беренсе урында Байрас Назаров (Талбазы башҡорт гимназияһы)

 

Ауырғазы районы командаһы 3-сө урын алды! Бөтә призерҙар ҙа грамоталар, миҙалдар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде. Афариндар!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: