Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2022, 12:51

РЕСПУБЛИКАЛА ЯРҘАМСЫ ЧАТ-БОТ ЭШЛӘЙ БАШЛАНЫ

Республикала «Помощник Объясняем.Башкортостан»: https://t.me/WeexplainRB_Bot чат-боты эшләй башланы Бөгөн Башҡортостан халҡы биргән бөтә көнүҙәк һорауҙарға яуап биреү уның  бурысы булып тора.

РЕСПУБЛИКАЛА ЯРҘАМСЫ ЧАТ-БОТ ЭШЛӘЙ БАШЛАНЫ
РЕСПУБЛИКАЛА ЯРҘАМСЫ ЧАТ-БОТ ЭШЛӘЙ БАШЛАНЫ
  • Республикала «Помощник Объясняем.Башкортостан»: https://t.me/WeexplainRB_Bot чат-боты эшләй башланы Бөгөн Башҡортостан халҡы биргән бөтә көнүҙәк һорауҙарға яуап биреү уның  бурысы булып тора.
  • Тиҙ арала тура килгән бүлекте һайлар өсөн булған яуаптар категориялар буйынса бүленгән. Кәрәклеһе табылмаһа, «икенсе һорау» төймәһенә баҫығыҙ һәм унда яҙығыҙ.
  • Рәсәй Хөкүмәте ойошторған «Объясняем.рф» каналының да - https://t.me/WeexplainRF_bot тигән чат-боты бар. Сервис Telegram, Viber мессенджерҙарында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә эшләй. Башҡортостанда халыҡҡа көнүҙәк һорауҙарға яуап табырға ярҙам итәсәк чат-бот барлыҡҡа килде.
  • Республикала «Помощник Объясняем.Башкортостан» чат-боты эшләй башланы. Унда төбәктәге ярҙам саралары, вакансияларға, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарға бәйле хәл тураһында оператив мәғлүмәт алырға мөмкин. Виртуаль ярҙамсыға һылтанма – https://t.me/WeexplainRB_Bot.
  •  

  • Яңы чат-ботта тематик рубрика һайлау һәм билдәле бер һорауға яуап эҙләү функцияһы бар. Башҡортостан порталындағы яҙмаларҙы айырып алырға һәм кәрәклеһен һайларға мөмкин. Әгәр кеше чат-ботта үҙ һорауын тапмаһа, «Икенсе һорау» тигән өҫтәмә төймәне һайларға, Аңлатабыҙ.Башҡортостан социаль селтәрендәге һылтанма буйынса үтергә кәрәк.

  • «Беҙ көн һайын халыҡтың төрлө мәсьәләләр: тауарҙарға хаҡтар, дарыуҙар, ғәмәлдәге республика һәм федераль социаль программалар, эшҡыуарҙарға ярҙам саралары тураһында мөрәжәғәттәрен эшкәртәбеҙ. Килгән барлыҡ һорауҙарҙы тикшерәбеҙ, темалар буйынса төркөмләштерәбеҙ һәм министрлыҡ, ведомство, муниципалитеттарҙағы коллегаларыбыҙ менән берлектә уларға яуаптар әҙерләйбеҙ. Иң популяр һорауҙарға яуаптар чат-ботҡа эләгә. Һәр кем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дөрөҫ, тикшерелгән мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим», - тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Черенков.

 

Өҫтәп үтәйек, элек Рәсәй Хөкүмәте эшләй башлаған «Аңлатабыҙ.рф» мәғлүмәт ресурсында шулай уҡ үҙенең «Объясняем.рф» - https://t.me/WeexplainRF_bot  чат-боты бар. Сервис Telegram, Viber мессенджерҙарында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә эшләй. Проектты «Милли өҫтөнлөктәр» һәм «Диалог» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалары тормошҡа ашырҙы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: