Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2022, 13:04

Икмәкһеҙ ҡалмаҫбыҙ!

Республика үҙен иген менән тәьмин итәсәк, ә икмәк бешереүселәр кәрәкле ярҙам аласаҡ. Апрелдә аграрийҙар республика баҫыуҙарына сығасаҡ, шул уҡ ваҡытта быйылғы миҙгелгә әҙерлек уҙған йылдың ноябрендә үк башланғайны. Бөртөклө культуралар менән былтырғы кеүек үк - 1 миллион 730 мең гектар майҙанды сәсеү күҙаллана.   2021 йылда республикала 2,2 миллион тонна иген алынған. Ә республиканың ихтыяжы 1,8 миллион тонна тәшкил итә. Шуға күрә яңы уңышҡа тиклем Башҡортостанда запастар бар.   Башҡортостан хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышында хәбәр итеүенсә, үҙ продукцияһына һатыу хаҡтарын элекке кимәлдә тотҡарлаған төбәктең эшкәртеүсе предприятиелары өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә субсидиялар йүнәлтелгән. Әйтәйек, беҙҙең икмәк бешереү предприятиелары 62 миллион һум аласаҡ. Икмәккә хаҡтар артасаҡмы, әллә быға тиклем булған кимәлдә ҡаласаҡмы?  Объясняем.рф порталында был турала видеояҙма ҡарағыҙ #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Икмәкһеҙ ҡалмаҫбыҙ!
Икмәкһеҙ ҡалмаҫбыҙ!

Республика үҙен иген менән тәьмин итәсәк, ә икмәк бешереүселәр кәрәкле ярҙам аласаҡ. Апрелдә аграрийҙар республика баҫыуҙарына сығасаҡ, шул уҡ ваҡытта быйылғы миҙгелгә әҙерлек уҙған йылдың ноябрендә үк башланғайны. Бөртөклө культуралар менән былтырғы кеүек үк - 1 миллион 730 мең гектар майҙанды сәсеү күҙаллана.

 

2021 йылда республикала 2,2 миллион тонна иген алынған. Ә республиканың ихтыяжы 1,8 миллион тонна тәшкил итә. Шуға күрә яңы уңышҡа тиклем Башҡортостанда запастар бар.

 

Башҡортостан хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышында хәбәр итеүенсә, үҙ продукцияһына һатыу хаҡтарын элекке кимәлдә тотҡарлаған төбәктең эшкәртеүсе предприятиелары өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә субсидиялар йүнәлтелгән. Әйтәйек, беҙҙең икмәк бешереү предприятиелары 62 миллион һум аласаҡ.

Икмәккә хаҡтар артасаҡмы, әллә быға тиклем булған кимәлдә ҡаласаҡмы?


 Объясняем.рф порталында был турала видеояҙма ҡарағыҙ


#ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: