Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2022, 15:19

ИПОТЕКА БУЙЫНСА ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫНДА – ЯҢЫ ШАРТТАР

1 АПРЕЛДӘН ИЛДӘ ИПОТЕКА БУЙЫНСА ТАШЛАМАЛЫ ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫ ПРОГРАММАҺЫНЫҢ ЯҢЫ ШАРТТАРЫ ҮҘ КӨСӨНӘ ИНӘ

ИПОТЕКА БУЙЫНСА ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫНДА – ЯҢЫ ШАРТТАР
ИПОТЕКА БУЙЫНСА ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫНДА – ЯҢЫ ШАРТТАР

1 апрелдән Башҡортостанда ла ташламалы ипотека йәнә үҙгәртелә, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Милли банктың матбуғат үҙәге.

2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балалы ғаиләләр өсөн 6 процент менән ғаилә ипотекаһы һәм 3 процент менән ауыл ипотекаһы шул уҡ шарттарҙа ҡала.

2022 йылдың 1 апреленән 7% ставкаһы буйынса 3 миллион һумға тиклем кредит алыу өсөн льготалы ипотека программаһы үҙгәрә:

- 2022 йылдың 1 апреленән төҙөлгән килешеүҙәр буйынса ставка 12 процентҡа тиклем күтәрелә. 1 апрелгә тиклем кредит алған граждандар өсөн ставка әүәлгесә ҡала - йылына 7% тиклем;

- Башҡортостанда кредит суммаһы 6 миллион һумға тиклем артасаҡ;

- ғәмәлдә булыу ваҡыты - 2022 йылдың 1 июленә тиклем.

2022 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда банктарҙың ипотека портфеле яҡынса 328 миллиард һум тәшкил иткән (бер йылда үҫеш 25%). Уның дөйөм күләмендә ташламалы ипотеканың (ғаилә, ауыл һәм төп ташламалы программа буйынса) өлөшө - 20 процент самаһы.

Башҡортостанда 2022 йылдың 1 мартына ипотека портфеле 338 миллиард һум тәшкил итә, был 2021 йылдың 1 мартына ҡарағанда 25,8% юғарыраҡ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: