Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2022, 11:13

ДЕПУТАТ МЕНӘН ОСРАШЫУ: Гимназияға бөйөк шағирыбыҙ исеме бирелерме?

Ауырғазы районы хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов менән граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?

ДЕПУТАТ МЕНӘН ОСРАШЫУ: Гимназияға бөйөк шағирыбыҙ исеме бирелерме?
ДЕПУТАТ МЕНӘН ОСРАШЫУ: Гимназияға бөйөк шағирыбыҙ исеме бирелерме?

Ауырғазы халҡын төрлө һорауҙар  – һыу менән тәьмин итеү, газ үткәреү, юлдарҙы ремонтлау, иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереү, районда бер нисә йыл ойошторолоп килгән сыуаш халҡының Уяв байрамын үткәреү кеүек төрлө мәсьәләләрҙең үтәлеше ҡыҙыҡһындыра.

Шулай уҡ күптәнән күтәрелеп килгән тәҡдим – бөйөк шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереү, атап әйткәндә, уның исемен Талбазы башҡорт гимназияһына биреү тураһында ла һөйләшеү булды.

  • Был тәҡдимде тулыһынса хуплайым. Район хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы яғынан да был мәсьәләлә ярҙам бар. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән билдәле эшмәкәрҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү һорауҙары буйынса комиссияға был башланғысты еткерәсәкбеҙ. Бынан тыш, шағирҙың тыуған ауылы Төрөмбәттә мемориаль таҡта урынлаштырыу тәҡдиме лә бар.

Был күптәнән күтәрелеп килгән башланғыстың ыңғай хәл ителеүенә ышанабыҙ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: