Ауыл хужалығы министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, 2022 йылда дөйөм сәсеү майҙаны 2,8 миллион гектар тәшкил итәсәк. Ведомство муниципалитеттар менән берлектә соя, рапс, етен һәм кукуруз үҫтереү күләмен арттырған.
- Бер нисә дәүләттең санкциялар сәйәсәтен иҫәпкә алып, беҙ ҡайһы бер культуралар буйынса төбәктең аҙыҡ-түлек буйынса именлеген нығытабыҙ, - тине Илшат Фәзрахманов. - Атап әйткәндә, шәкәр сөгөлдөрө сәсеү майҙанын 36 меңдән 47 мең гектарға тиклем арттырырға уйлайбыҙ. Был миҙгел йомғаҡтары буйынса 2,5 йылға етерлек, яҡынса 300 мең тонна шәкәр запасы алырға мөмкинлек бирәсәк.
Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә 219 мең тонна минераль ашлама талап ителәсәк. 21 мартҡа ҡарата аграрийҙар план күләменең 55 процентын алған. Яҙғы сәсеү өсөн иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары орлоғо запасы 91 процентҡа еткән.
Вице-премьер белдереүенсә, 2022 йылғы яҙғы баҫыу эштәрендә 11 мең самаһы трактор һәм 5 меңдән ашыу сәсеү агрегаты, шул иҫәптән иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеүҙә - 3 900 комплекс ҡатнашасаҡ.
- Техникаға импортты сикләүгә ҡарамаҫтан, 2022 йылдың ике айында төбәк аграрийҙары 870 миллион һумдан ашыуға 274 ауыл хужалығы машинаһы һатып алған, - тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. - Шул уҡ ваҡытта техника һатып алыу өсөн иң ҡулай финанс инструменттарының береһе - Росагролизинг программаһы. Бынан тыш, республика аграрийҙарға федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеп дәүләт ярҙамы күрһәтә. 2022 йылдың апрель аҙағына тиклем ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә финанс ярҙамы күләме 2,6 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был аҡсалар сәсеү майҙандарын әҙерләүгә, орлоҡ, ашламалар һәм тоҡомло мал һатып алыуға йүнәлтелә. Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә яҙғы баҫыу эштәре барышын даими күҙәтеп барырға ҡушты.
- 2022 йылғы сәсеү кампанияһы беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ уны сифатлы һәм планлаштырылған ваҡытта үткәрергә тейеш.
Сығанаҡ: glavarb.ru сайты