Рух
+14 °С
Облачно
Новости
28 Марта 2022, 10:41

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТАРМАҒЫНА ЯҢЫ ТЕХНИКА ҺАТЫП АЛЫУ ДАУАМ ИТӘ

Сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре яңы техниканы әүҙем һатып ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТАРМАҒЫНА ЯҢЫ ТЕХНИКА ҺАТЫП АЛЫУ ДАУАМ ИТӘАУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТАРМАҒЫНА ЯҢЫ ТЕХНИКА ҺАТЫП АЛЫУ ДАУАМ ИТӘ
АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТАРМАҒЫНА ЯҢЫ ТЕХНИКА ҺАТЫП АЛЫУ ДАУАМ ИТӘ

Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, быйыл ике айҙа аграрийҙар 870 миллион һумдан ашыуға 274 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалы һатып алған, был 2021 йылдың ошо уҡ осоро кимәленән кәмемәгән.

Кредит ресурстарының ҡиммәтлеге шарттарында Росагролизинг тәҡдим иткән финанс схемаһы техниканы яңыртыуҙың иң һөҙөмтәле ҡоралы булып ҡала. Төҙөлгән килешеүҙәрҙең дөйөм суммаһы йыл башынан алып 1 миллиард 400 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, 655 миллион һумға техника республикаға килтерелгән.

(Республика матбуғаты буйынса әҙерләнде).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас