Магазиндарҙа хаҡтарға бәйле хәл байтаҡ һорауҙар тыуҙыра. Ә ни өсөн улар үҫә? Артабан нимәләр көтә? Тәү сиратта мөһим әйберҙәрҙе һатып алырға кәрәкме?
Ошо һәм башҡа мөһим һорауҙарға яуаптар киләһе һылтанма буйынса Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм Башҡортостандың ЦУР социаль селтәрҙәрендә уҙғарыласаҡ махсус брифингта яңғыраясаҡ: https://vk.com/wall-201146046_25070
Тура эфирҙа дарыуҙар етерлекме-юҡмы, аграрийҙар нимә сәсер, республикала ит етерлекме, туристарыбыҙҙы сит илдән ҡайтаралармы, предприятиелар санкциялар шарттарында нисек эшләй – ошо борсоған һорауҙарға яуаптар аласаҡбыҙ. Шулай уҡ брифингта әлеге ваҡытта ниндәй ойошмаларҙың яңы хеҙмәткәрҙәр эҙләүен асыҡлаясаҡбыҙ.
Һорауҙарға яуаптарҙы Башҡортостандың профилле министрҙары бирәсәк.
Трансляция 24 мартта 19:00 сәғәттә башлана.