Рух
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Март 2022, 11:06

БАШҠОРТОСТАН ДЕЛЕГАЦИЯҺЫ - ДОНБАСТА

Кисә, 20 мартта, Башҡортостан делегацияһы Донбаста эшләне.   “Был ҡатмарлы осорҙа беҙ аңлы рәүештә ошонда килдек. Атыу тауыштары ишетелә, ләкин беҙ алға ҡарайбыҙ һәм үҫеш тураһында уйларға ваҡыт етеүен аңлайбыҙ”, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

БАШҠОРТОСТАН ДЕЛЕГАЦИЯҺЫ - ДОНБАСТА
БАШҠОРТОСТАН ДЕЛЕГАЦИЯҺЫ - ДОНБАСТА

Кисә, 20 мартта, Башҡортостан делегацияһы Донбаста эшләне.  

“Был ҡатмарлы осорҙа беҙ аңлы рәүештә ошонда килдек. Атыу тауыштары ишетелә, ләкин беҙ алға ҡарайбыҙ һәм үҫеш тураһында уйларға ваҡыт етеүен аңлайбыҙ”, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

Ике республика үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн яҡшы башланғыс буласаҡ коммюникеға ҡул ҡуйҙы.


Донецк Халыҡ Республикаһы иҡтисадының потенциалы ҙур. Башҡортостан ДХР менән фән һәм техника, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, туризм, мәҙәниәт өлкәһендә үҙ-ара эш итергә әҙер. Сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрен нығытырға планлаштыра.

Донбасс республикаларының агросәнәғәт комплексы ла ҡыҙыҡһындыра. Инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу өҫтөндә бергәләп эшләргә, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашырға килештеләр. Берлектәге предприятиелар ойоштороу һәм химия, машиналар эшләү, металлургия сәнәғәте етештереүселәрен йәлеп итеү - мөһим мәсьәлә.

 


Донбаста социаль объекттарҙы тергеҙеү йәһәтенән ҙур эш башҡарырға кәрәк. Бында төҙөлөш материалдары кәрәк. Уларҙың бер өлөшөн гуманитар колоннала Салауат районы халҡы һәм эшҡыуарҙарының изге теләге буйынса алып килделәр.

“Киләһе конвой башлыса төҙөлөш материалдарынан торасаҡ тип уйлайбыҙ - йәй эсендә емерелгән учреждениеларҙы тергеҙеп өлгөрөргә кәрәк”, - ти Р.Хәбиров.

Донбасс өсөн бөтә Башҡортостан борсола. Беҙҙең медиктар ҙа ситтә ҡалманы. Ошо көндәрҙә бында республикабыҙҙан табип-ирекмәндәр эшләй, улар йөрәк ҡушыуы буйынса Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан коллегаларына ярҙамға килде. Улар урындағы дауаханаларҙа эшләй, тәжрибәләре менән уртаҡлаша, операциялар яһай һәм кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара.

 

Сәфәрҙең тағы бер мөһим һөҙөмтәһе - Өфө һәм Донецк рәсми рәүештә туғандаш ҡалалар булды. Башҡортостан менән Донбастың уртаҡ үткәне бар, беҙ бының турала изге хәтер һаҡлайбыҙ. Был ерҙә ата-бабаларыбыҙ нацистарға ҡаршы һуғышҡан. Беҙҙе туғандарса йылы мөнәсәбәттәр бәйләй.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в