Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2022, 13:34

Өфөлә Ҡырым менән ҡушылыу көнөндә илһөйәрлек автойөрөшө үтте

18 мартта Өфөлә автойөрөш ойошторолдо. Ҡаланың урамдарынан йөҙҙән артыҡ машина «Z» символы, Рәсәй, Башҡортостан һәм төрлө ғәскәрҙәр флагттары менән үтте.  #Zабашкортостан #ZаРоссию #ZаРодину. #Башҡортостанөсөн#Рәсәйөсөн#Ватанөсөн

Өфөлә Ҡырым менән ҡушылыу көнөндә илһөйәрлек автойөрөшө үтте
Өфөлә Ҡырым менән ҡушылыу көнөндә илһөйәрлек автойөрөшө үтте

18 мартта Өфөлә автойөрөш ойошторолдо. Ҡаланың урамдарынан йөҙҙән артыҡ машина «Z» символы, Рәсәй, Башҡортостан һәм төрлө ғәскәрҙәр флагттары менән үтте. 1 саҡрымлыҡ колонна «Нефтяник» стадионы янындағы автотуҡталҡанан Октябрь проспекты, Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Зәки Вәлиди, Яр буйы, Генерал-губернатор Перовский урамдары буйлап Өфө амфитеатры автотуҡталҡаһына тиклем барҙы. Артабан ҡатнашыусылар «Үҙебеҙҙекеләрҙе тташламайбыҙ» митинг-концертында ҡатнашты.

Автойөрөштә барлыҡ райондарҙың һәм ҡалаларҙың патриотик, йәштәр, спорт йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты. Йылдан-йыл теләүселәр һаны арта бара. Был юлы 150 тирәһе автомашина билдәләнгән маршрут буйынса үтте.

Сарала хәрбиҙәр ҙә булды. улар Украиналағы ватандаштарыбыҙға теләктәшлек белдерә, бөтә илебеҙ улар өсөн, ти.

Сығанаҡ: “Башинформ”

#Zабашкортостан #ZаРоссию #ZаРодину.

#Башҡортостанөсөн#Рәсәйөсөн#Ватанөсөн

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: