Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2022, 23:04

* РӘСӘЙ БАНКЫ ҠУЛАҠСА МЕНӘН ИҪӘПЛӘШЕҮҘЕҢ ВАҠЫТЛЫСА ТӘРТИБЕН ИНДЕРӘ

Рәсәй банкы 2022 йылдың 9 мартынан 9 сентябргә тиклем аҡсаны валюта вкладтарынан йәки граждандарҙың иҫәбенән биреүҙең түбәндәге тәртибен билдәләй: Клиенттарҙың барлыҡ аҡсалары валюта иҫәбендә йәки вкладтарҙа һаҡланған һәм вклад валютаһында иҫәпкә алынған, клиент 10 мең долларғаса ҡулаҡса менән, ә ҡалған аҡсаларҙы түләү көнөнә баҙар курсы буйынса һумдарҙа ала ала.

* РӘСӘЙ БАНКЫ ҠУЛАҠСА МЕНӘН ИҪӘПЛӘШЕҮҘЕҢ ВАҠЫТЛЫСА ТӘРТИБЕН ИНДЕРӘ
* РӘСӘЙ БАНКЫ ҠУЛАҠСА МЕНӘН ИҪӘПЛӘШЕҮҘЕҢ ВАҠЫТЛЫСА ТӘРТИБЕН ИНДЕРӘ

Рәсәй банкы 2022 йылдың 9 мартынан 9 сентябргә тиклем аҡсаны валюта вкладтарынан йәки граждандарҙың иҫәбенән биреүҙең түбәндәге тәртибен билдәләй:

Клиенттарҙың барлыҡ аҡсалары валюта иҫәбендә йәки вкладтарҙа һаҡланған һәм вклад валютаһында иҫәпкә алынған, клиент 10 мең долларғаса ҡулаҡса менән, ә ҡалған аҡсаларҙы түләү көнөнә баҙар курсы буйынса һумдарҙа ала ала.

МӨҺИМ!!! Илгә долларҙың инеүе санкциялар менән сикләнгән, был банктарҙың сит ил валютаһын һатыуы менән бәйле махсус сараларҙың берҙән-бер сәбәбе. Аҡсалата вкладтар һәм иҫәптәргә санкциялар бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай. Иҫәптәге бөтә аҡса һаҡлана, бөтә операцияларҙы теләгән ваҡытта эшләп була.

Рәсәй банктарында валюта иҫәбенең 90 проценты тирәһе 10 мең долларҙан артмай, йәғни валюта вкладтары йәки банкта иҫәптәре булған граждандарҙың 90 проценты үҙ аҡсаһын ҡулаҡса менән тулыһынса ала аласаҡ.

Ошо ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә булған осорҙа валюталар Америка долларҙарында биреләсәк. Башҡа төр валюталар Америка долларҙарының операция үтәлгән  көндәге баҙар курсы буйынса иҫәпләнеләсәк. Валютаны банк кассаһында алып була.


Граждандар аҡсаларын валюта вкладтарында йәки иҫәптәрҙә һаҡлауын дауам итә ала. Барлыҡ средстволар һаҡланған һәм иҫәп йәки вклад асылған валютала иҫәпкә алынған. Вклад йәки иҫәп буйынса шарттар үҙгәрмәй. Вкладтар буйынса проценттар, ғәҙәттәгесә, вклад асылған валютала иҫәпләнә.

Граждандар яңы валюта иҫәптәрен һәм вкладтарын да аса ала, әммә ҡулаҡса менән операцияларҙың ваҡытлыса тәртибе ғәмәлдә булғанда, уларҙан аҡсаны түләү көнөнә баҙар курсы буйынса һумдарҙа алырға мөмкин.

Ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә булған осорҙа банктар граждандарға ҡулаҡса менән валюта һатмаясаҡ. Граждандар аҡсаларын валюта вкладтарында йәки иҫәптәрҙә һаҡлауын дауам итә ала. Барлыҡ средстволар һаҡланған һәм валютала иҫәпкә алынған, унда иҫәп йәки вклад асылған. Вклад йәки иҫәп буйынса шарттар үҙгәрмәй. Вкладтар буйынса проценттар, ғәҙәттәгесә, вклад асылған валютала иҫәпләнә. Граждандар яңы валюта иҫәптәрен һәм вкладтарын да аса ала, әммә ҡулаҡса менән операцияларҙың ваҡытлыса тәртибе ғәмәлдә булғансы, уларҙан аҡсаны түләү көнөнә баҙар курсы буйынса һумдарҙа алырға мөмкин.

Ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә булған осорҙа банктар граждандарға ҡулаҡса менән валюта һатмаясаҡ. Ҡулаҡсала булған валютаны теләһә ниндәй ваҡытта һәм теләһә ниндәй күләмдә һумға алмаштырырға мөмкин.

Валюталы вкладтарындағы йәки иҫәптәрендәге һаҡланған аҡсаларын барлыҡ банктарҙың клиенттары ла ала ала. Аныҡ бүлексәгә ҡулаҡсаны килтереү өсөн банктарға бер нисә көн талап ителеүе мөмкин.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: