Рух
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2022, 13:12
АУЫРҒАЗЫ РАЙОНЫНДА ЭРБЕТ БАҠСАЛАРЫ ҮҪТЕРЕЛӘСӘК
Ошо көндәрҙә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры советнигы, халыҡ экологы һәм активист Миҙхәт Хәсәнов Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдиновҡа бер биҙрә эрбет сәтләүеге тапшырҙы. #регпроекты #нацпроектыбашкортостан
АУЫРҒАЗЫ РАЙОНЫНДА ЭРБЕТ БАҠСАЛАРЫ ҮҪТЕРЕЛӘСӘК
Ошо көндәрҙә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры советнигы, халыҡ экологы һәм активист Миҙхәт Хәсәнов Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдиновҡа бер биҙрә эрбет сәтләүеге тапшырҙы.
Был бүләк - Талбазы урман питомнигы биләмәһендә эксперименталь эрбет баҡсаһы ултыртыу өсөн орлоҡ фонды. Биҙрәлә яҡынса 20 мең себер эрбете орлоғо һәм бер нисә тубырсыҡ бар. Һуңғылары ярҙамында Стәрлетамаҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре беҙҙең киңлектәрҙә үҫтереүгә орлоҡтарҙың ниндәй тибы нығыраҡ тура килеүен асыҡлаясаҡ: орлоҡтар, үҫентеләр йәки тубырсыҡтармы.
- Шул рәүешле Ауырғазы районында эрбет баҡсаһына нигеҙ һалынасаҡ. Был эштә беҙгә төньяҡта вахта ысулы менән эшләүсе Ауырғазы халҡы ла ярҙам итә ала. Унан сәтләүектәр, үҫентеләр алып ҡайтығыҙ, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, ойошмалар коллективтарына тапшырығыҙ. Улар ҙа үҙҙәренең учреждение биләмәләрен төҙөкләндерһен, - тип белдерҙе Миҙхәт Хәсәнов.
Автор:
Равиля Бардыбаева
Читайте нас в