Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2022, 10:29

Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары һәр муниципалитетта үҙ вәкиллектәрен аса

Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары үҙ вәкиллектәрен аса. Шулай уҡ уларҙың барыһы ла Республика менән идара итеү үҙәгенә берләштерелгән «ТКО-Башҡортостан» системаһында эшләйәсәк.

Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары һәр муниципалитетта үҙ вәкиллектәрен аса
Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары һәр муниципалитетта үҙ вәкиллектәрен аса

Бындай ҡарар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүгә арналған фокус-төркөм форматындағы кәңәшмәлә ҡабул ителде. Уны республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары ойошторҙо.

 

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар сүп-сар йыйыу һәм сығарыу өлкәһендәге проблемаларҙы ҡараны. Әйтәйек, Өфөлә йәшәүсе ҡатын социаль селтәрҙә Октябрь проспекты, 3/1 һәм 5/1 адресы буйынса пластик ҡалдыҡтар менән тулған контейнерға зарланған. Был берҙән-бер осраҡ түгел, бындай мөрәжәғәттәр менән халыҡ «Инцидент-менеджмент» системаһына йыш мөрәжәғәт итә, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская. Сөнки республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла селтәрле контейнерҙар юҡ, улар «ТКО-Башҡортостан» системаһына индерелмәгән, ә ул сүп-сарҙы сығарыу графигы юҡ тигәнде аңлата. Һөҙөмтәлә республиканың Экология министрлығы ПЭТ-ҡалдыҡтар менән һөҙөмтәле эш итеү буйынса эште айырым контролгә алды.

Бынан тыш, төбәк операторҙарының махсус техникаһы сүп-сар контейнерҙарына яҡын урынлашҡан автомобилдәр арҡаһында ихаталарҙан сүп-сарҙы сығара алмай. Шулай уҡ юлдарҙа таҙартылмаған ҡар арҡаһында сүп-сар ташыусы машиналарҙың хәрәкәт итеү графигы ла боҙола.

«Ҡайҙалыр кадрҙар, ҡайҙалыр - урындағы власть иғтибары етмәй, ә ҡайҙалыр - ҡар таҙартыу техникаһы. Был мәсьәләләр бер көн, аҙна йәки ай эсендә хәл ителмәгәндәр иҫәбенән. Системалы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн системалы ҡарарҙар кәрәк, шул иҫәптән аҡса ярҙамы менән дә», - тип билдәләнде кәңәшмәлә.

Тиҙҙән республиканың Экология министрлығы федераль финанслау ала - аҡса яңы контейнерҙар һатып алыуға йәки яңы контейнер майҙансыҡтары ҡуйыуға йүнәлтелә. Һәр контейнер майҙансығында милексе, төбәк операторы, сүп-сар сығарыу графигы хаҡында мәғлүмәт, шулай уҡ ошо майҙансыҡтарҙа ташларға ярамаған ҡалдыҡтар исемлеге барлыҡҡа килергә тейеш.

Яңы контейнер майҙансыҡтарының барыһын да цифрлаштырыу күҙаллана, улар тураһында мәғлүмәттәр «ТКО-Башҡортостан» мәғлүмәт системаһына индереләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «ТКО-Башҡортостан» - ЦУР-ҙа индерелгән һанлы сервистарҙың береһе. Ул төбәк операторҙарының ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса хеҙмәттәрҙең сифатын һәм ваҡытында бирелеүен реаль ваҡыт режимында күҙәтергә мөмкинлек бирә. Бында республиканың һәр контейнер майҙансығын табырға һәм сүп-сарҙы сығарыу графигы боҙолғанмы-юҡмы икәнлеген тикшерергә мөмкин.

«Башинформ» мәғлүмәттәренән, фото шул уҡ сығанаҡтан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: