Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2022, 14:08

Алда ла уңыштар яуларға яҙһын!

Мораҙым ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының финалына сыҡты #Трезвоесело2021#Айыҡауыл2021

Алда ла уңыштар яуларға яҙһын!
Алда ла уңыштар яуларға яҙһын!

Белеүегеҙсә, «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының муниципаль этабында райондың 73 ауылы ҡатнашты. Уларҙа төрлө мәҙәни саралар, спорт ярыштары ойошторолдо, күп кеше әүҙем ҡатнашты.

Улар араһынан Мораҙым ауылы муниципаль этапты уңышлы үтеп финалға сыҡты. Шул еңеү айҡанлы ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Унда республикала финал этапта ҡатнашыу тураһында һорауҙар ҡаралды. Мораҙымдарҙың финалда ла һынатмауын теләйбеҙ!

 

Был күркәм конкурс сәләмәт йәшәү рәүешен, айыҡлыҡты һайлаған ауыл халҡын, ғаиләләрҙе берләштерә. Конкурстың маҡсаты- ауылдар халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәҫиренән һаҡлау.

Ҡайһы берәүҙәр был сараға дөрөҫ ҡарашта түгел. Йәнәһе, ауылда спиртлы эсемлектәр ҡулланыусылар, уны һатыусылар булғас, ҡатнашырға тейеш түгелбеҙ, тип уйлайҙар. Киреһенсә, конкурста ҡатнашыу халыҡты төрлө сараларға йәлеп итеп, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙы, кешеләрҙе берләштереүҙе, ауылдың киләсәген ҡайғыртыуҙы күҙ уңында тота. Итәк аҫтынан спиртлы эсемлектәр һатыусылар ҙа был эштән баш тартҡан, эсеүен туҡтатып, аңлы тормошҡа ҡайтҡан кешеләр артҡан ауылдарҙың миҫалдары быны дәлилләй. Балалар яҡшы ғаилә тормошонда тәрбиәләнһә, уларҙың алдағы тормошо ла аныҡ буласаҡ.

 

“Айыҡ ауыл-2021" конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторола. Бәйге саралары республика Башлығы гранты иҫәбенә үткәрелә.

«Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән ул кире тергеҙелде. 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: