Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2022, 11:42

Ауырғазы инвесторҙарҙы йәлеп итә аламы?

Туризмды үҫтереүгә дәүләт кимәлендә етди иғтибар бүленә. Республикалағы байтаҡ саралар  төбәктең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыуға йүнәлтелгән.

Ауырғазы инвесторҙарҙы йәлеп итә аламы?
Ауырғазы инвесторҙарҙы йәлеп итә аламы?

Туризмды үҫтереүгә дәүләт кимәлендә етди иғтибар бүленә. Республикалағы байтаҡ саралар  төбәктең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыуға йүнәлтелгән.



Ауырғазы районының был тармаҡта дәүләт стратегияһының бер өлөшө булыу өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар. Райондың географик урыны юл яны сервисын үҫтереү өсөн уңайлы. Биләмәне яҡшы транспорт ағымдары менән Р-240 Өфө - Ырымбур федераль юлы, Талбазы - Красноусол, Талбазы - Дәүләкән төбәк юлдары киҫеп үтә. Был хәл инвесторҙарҙың иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай.

Сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә район етәкселеге инвестор менән осрашты, ул күп төрлө яғыулыҡ ҡойоу, кафе, ҡунаҡхана, машиналар ҡуйыу урыны һәм тәгәрмәс алмаштырыу оҫтаханаһы менән юл буйы комплексын төҙөү проекты менән таныштырҙы.

Инвесторға Өфө-Ырымбур автомобиль юлының юл яны участкаһында юл буйы сервисы объектын урынлаштырыу варианттарын тәҡдим иттеләр. Яуаплы кешеләргә проектҡа мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтеү буйынса тейешле йөкләмәләр бирелде.

 

Район хакимиәте башлығы сайтынан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в