Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2022, 09:48

«Шайморатов кластары» асылды

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Өфө мәктәптәренең 86 уҡыусыһы «йәш шайморатсылар» рәтенә алынды.

«Шайморатов кластары» асылды
«Шайморатов кластары» асылды

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Өфө мәктәптәренең 86 уҡыусыһы «йәш шайморатсылар» рәтенә алынды. Был ҡыҙҙар һәм малайҙар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 6-7 кластарҙа белем аласаҡ.

 


«Шайморатов кластары» 2020 йылда башлап асыла. Үткән йылда өс, быйыл иһә дүрт класс барлыҡҡа килде. Улар баш ҡаланың 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты һәм 1-се, 2-се полилингваль күп профилле гимназиялар нигеҙендә асылды.

Махсус  кластарҙа уҡытыу программаһы юғары ҡатмарлыҡта төҙөлгән. Өҫтәмә рәүештә уҡ атыу, һыбай йөрөү, йөҙөү һәм милли көрәш серҙәренә лә өйрәтәләр. Патриотик тәрбиәгә айырым иғтибар бүленә.


«Иң мөһиме – был балаларҙы бер кем дә, бер нәмә лә юлдан яҙлыҡтырмаясаҡ. Улар Ватан ҡәҙерен белә, ысын кешелек сифаттарыңың ниндәй икәнен яҡшы аңлай, улар лайыҡлы кешеләр булып үҫәсәк. Һәм шуны аныҡ беләләр: Салауат тоҡомдары сигенеүҙе белмәй», - тип белдерҙе социаль селтәрҙәр аша республика башлығы Радий Хәбиров.



«Шайморатов кластары»н республика буйынса күп мәктәптәрҙә булдырыу планлаштырыла.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: