

«Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарын тулыһынса хуплай. Был тарихи аҙым Донецк ерендә йәшәүсе халыҡты геноцидтан ҡотҡарыу һәм беҙҙең сик буйында һуғыш хәүефен туҡтатыуҙың берҙән-бер юлы», — тине Радий Хабиров.
2014 һәм 2015 йылдарҙағы кеүек, беҙҙең республика Донбастан эвакуацияланған кешеләрҙе яңынан ҡабул итергә әҙер, тип белдерҙе Р.Хәбиров. Республикала оператив штаб булдырылған, ике мең кешене урынлаштырыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
«Донбасс халҡы — беҙҙең өсөн яҡын кешеләр. Киләһе йылдың 23 февралендә беҙ ҡайғылы дата – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың фажиғәле һәләк булыуына 80 йыл булыуын билдәләйәсәкбеҙ. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Донбасс өсөн барған ҡаты яуҙа һәләк булған. Бөгөнгө көндә ул батырлыҡ һәм ихтыярлылыҡ символы.», — тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ ул Донбасс халҡына башҡорт яугирҙары тураһындағы иҫтәлекте онотмауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, республика уларҙы ауыр ваҡытта ярҙамһыҙ ҡалдырмаясағына ышандырҙы.
https://www.bashinform.ru материалы буйынса.