Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2022, 13:29

«ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫ БАШҠОРТОСТАН ПРЕДПРИЯТИЕЛАРЫНА НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тәүге тапҡыр «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса төбәктәр рейтингын иғлан итте. Башҡортостан унда өсөнсө урынды алды.

«ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫ БАШҠОРТОСТАН ПРЕДПРИЯТИЕЛАРЫНА НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ
«ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫ БАШҠОРТОСТАН ПРЕДПРИЯТИЕЛАРЫНА НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ

«Беҙгә ышанғандары һәм милли проектҡа ингәндәре өсөн предприятие етәкселәренә бик рәхмәтлемен. 2021 йылда был программала предприятиелар һаны 129-ға етте. Республика предприятиеларында милли проект сараларының иҡтисади һөҙөмтәлелеге 1 миллиард һум тәшкил итте. Ошо проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙың ҡорамал һатып алыу буйынса ярҙам сараларын алыуы ла мөһим», - тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Милли проекттың асылы нимәлә?

Республика күп яңы предприятиелар аса, әммә ғәмәлдәгеләренең дә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, тимәк, иҡтисади уңыш өсөн етди резервы бар. Уларға федераль эксперттар килә, хеҙмәт шарттарын өйрәнә, йомшаҡ урындарын таба һәм процестарҙы оптималләштерергә ярҙам итә. Юҡ, был эш урындарын ҡыҫҡартыу хаҡында түгел, ә ваҡытты һәм көстө кәрәкмәгән монотон эштәргә сарыф итмәү һәм етештереү мәҙәниәтен күтәреү, сығымдарҙы кәметеү һәм табышты арттырыу тураһында. Илебеҙ буйынса проектта ике меңдән ашыу предприятие ҡатнаша.

Был республиканың абруйлы федераль конкурстарҙа һәм рейтингтарҙа тәүге еңеүе генә түгел. Мәҫәлән, былтыр республика тәүге тапҡыр Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында алдынғы бишәү иҫәбенә инде. Уны йыл һайын Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләй, шулай уҡ сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй рейтингын етәкләне.

 

Тәү сиратта был - Радий Хәбиров республикаға ҡайтҡас, бизнес менән башланған эш һөҙөмтәһе. Ул һәм уның командаһы бөтә министрлыҡ һәм ведомстволарҙың системалы эшен төҙөй, эшлекле әүҙемлекте һиҙелерлек күтәрә алды.

Виталий Печаткин, иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре.

 

«Пищепром» акционерҙар йәмғиәтенең етәксеһе, башҡарма директоры Гүзәл Козлова фекеренсә, Башҡортостандың иҡтисади рейтингтарҙа тәүге урындар яулауы осраҡлы ғына түгел, ә системалы саралар һөҙөмтәһе.

Бизнес республикала «күтәрелеш» булғанын тойҙо. Әле республика ла, Иҡтисади үҫеш министрлығы ла, Ауыл хужалығы министрлығы ла беҙгә - етештереүселәргә иғтибар итә. Беҙҙең менән эшләйҙәр, кире бәйләнеш алалар. Элек етештереүселәр властан айырылған тип әйтергә мөмкин ине. Бөгөн кире күренеш күҙәтелә. Беҙҙең һорауҙар нигеҙендә дәүләт программалары әҙерләнә.

Бөгөн республикала илебеҙ етештереүселәренә ярҙам итеүҙе үҫтереү өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыла, тип әйтә алам.

Гүзәл Козлова, «Пищепром» акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры

Төбәк компетенциялар үҙәге менән берлектә эшләү һөҙөмтәһендә «Пищепром» хеҙмәт етештереүсәнлеген ике тапҡырға, ә цехтың етештереү ҡеүәтен бер ярым тапҡырға арттырҙы. Был йылына һәр участканан, һәр цехтан 7,5 миллион һумды экономиялауға килтерҙе. Барыһына ла инвестициялар йәлеп итмәйенсә, барған процестарҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу иҫәбенә генә ирешеп булды. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары яҡшыртылды.

 

Быйыл программаға яңы ҡатнашыусылар өҫтәлә.

 2021 йыл йомғаҡтары буйынса беҙ бөтә пландарҙы ла арттырып үтәнек: милли проектҡа йәлеп ителгән предприятиелар һаны һәм белем алған хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса ла. 2022 йылға тағы ла ҙурыраҡ йөкләмәләр алынған. 2024 йылға тиклем барлыҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға тигән план ҡуйҙыҡ.

Республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рөстәм Моратов

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: