Рух
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2022, 09:48

БАЙРАМДАРҘА НИСЕК ЯЛ ИТӘБЕҘ?

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы яҡынлашып килгән ял һәм байрам көндәре хаҡында нимә белдерә?

БАЙРАМДАРҘА НИСЕК ЯЛ ИТӘБЕҘ?
БАЙРАМДАРҘА НИСЕК ЯЛ ИТӘБЕҘ?

Белеүебеҙсә, 23 февраль һәм 8 март ял көндәре булып тора. Тик быйыл улар эш көндәренә, шаршамбыға һәм шишәмбегә, тура килә.

«Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, биш көнлөк эш аҙнаһында 23 февраль һәм 6,7,8 март ял көндәре булып тора. 22 февралдә шул уҡ ваҡытта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Шәмбе, 5 март та, ҡыҫҡа эш көнө була», — тип белдерәләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы министрлығында.

Был көндәрҙә түләүле отпускыла булғандар өсөн 23 февраль һәм 8 март календарь көндәр иҫәбенә индерелмәй.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: