Рух
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2022, 20:37

ХӘҘЕР ТИҘ ГЕНӘ ШЫЛТЫРАТА АЛМАҪ!

Башҡортостанда телефон террорсыһы тотолдо

ХӘҘЕР ТИҘ ГЕНӘ ШЫЛТЫРАТА АЛМАҪ!
ХӘҘЕР ТИҘ ГЕНӘ ШЫЛТЫРАТА АЛМАҪ!

Башҡортостанда телефон террорсыһы ҡулға алынды.

Ул 21 йәшлек эшһеҙ кеше булып сыға.

Ул Стәрлетамаҡта бер сауҙа комплексында мина ҡуйылғанлығы тураһында телефондан шылтыратып хәбәр итә. Әлбиттә, бындай осраҡта ашығыс саралар күрелә.  Биналағы кешеләр – һатыусылар, һатып алыусылар тиҙ арала сығарыла. Сауҙа комплексы ябыла.

Шәхси эшҡыуарҙар килемен юғалты. Махсус хеҙмәттәр бинаны ентекләп тикшереү өсөн ваҡыттарын, башҡа ресурстарын сарыф итте. Ләкин бер шикле нәмә лә табылманы.

Телефондан шылтыратып ялған хәбәр еткергән йәш кеше ҡулға алынды. Ул үҙ ғәйебен тулыһынса таныны.

 Уға 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: