Рух
-12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль , 18:15

«НЫҠ БУЛ» медиа-конкурсында ҡатнашығыҙ!

      «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «НЫҠ БУЛ» асыҡ медиа-конкурсын иғлан итә.       #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТАМЫР #НыкБул #НыҡБул #МинОбрРБ #Культура #АйыҡАуыл2021

«НЫҠ БУЛ» медиа-конкурсында ҡатнашығыҙ!
«НЫҠ БУЛ» медиа-конкурсында ҡатнашығыҙ!

Был конкурс Башҡортостандың ауыл биләмәләре араһында «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсы сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелә.

      Конкурста 10-16 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала, өс номинация буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк:

  Социаль ролик;
  Вайн;
  Плакат.

Эштәрҙе үҙаллы, шулай уҡ ижади команда менән эшләргә мөмкин. Темалар төрлө: сәләмәт йәшәү рәүеше - уңышҡа юл; спортты, туризмды, әүҙем ялды пропагандалау; тәмәке тартыуға, алкоголизмға, хоҡуҡ боҙоуға, ҡомарлы уйындар уйнауға ҡаршы тороу.

Эштәрҙе һәм ғаризаларҙы «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Тамыр» төркөмөнә  https://vk.com/tamir_telekanal һылтанмаһына ебәрергә кәрәк.

     
Беренсе этап 1-нән 25 февралгә тиклем онлайн форматта уҙғарыла. Икенсе этапта ҡатнашыу өсөн һәр номинация буйынса баһалама ағзалары  5-10 эште һайлап аласаҡ.

Икенсе этап Өфөлә офлайн форматта, ағымдағы йылдың мартында үткәреләсәк. Конкурсанттар «Тамыр» телеканалына оҫталыҡ дәрестәренә, интенсив-тренингтарға саҡырыласаҡ. Контент булдырыу өҫтөндә эш башҡарасаҡтар.

Өсөнсө этап апрель-май айҙарында үтәсәк. Конкурста ҡатнашыусылар үҙаллы конкурс финалы өсөн эштәр башҡарасаҡ.
Июндә Өфөлә финал һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ.
Конкурстың тулыраҡ шарттары, ғариза өлгөһө менән пост аҫтындағы һылтанмалар буйынса танышырға мөмкин.

       

      Конкурс шарттары һәм башҡа документтар менән https://vk.com/tamir_telekanal һылтанмаһы буйынса инеп танышырға мөмкин.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в