Өфө һәр саҡ ижад кешеләрҙе, үҙенсәлекле идеяларҙы, ғәҙәти булмаған проекттарҙы үҙенә йәлеп итә.
Һуңғы ярты йылда Мәскәү скульпторҙары Вадим һәм Станислав Кирилловтарҙың, Ҡырым рәссамы Ольга Федорюктың Нестеров исемендәге дәүләт музейында, рәссам Эдуард Аниконовтың «Кроун Плаза» ҡунаҡханаһының күргәҙмә залында, Никас Сафроновтың Милли музейҙа күргәҙмәләре үтте.
Башҡортостандың Милли музейында ғәҙәти булмаған күргәҙмә - «Бөрйән бал ҡорто» күргәҙмәһе асылды. Проекттың төп объекты бөтә республиканың символы булып торған бал ҡорто.
Экспозиция рәсем сәнғәтен, графика, фото һәм скульптураны үҙ эсенә ала. Бал ҡорто һәр халыҡта ла эшһөйәрлек, именлек, ғаилә бәхетен сағылдыра, ә ҡорт күсе – һәр кемдең үҙ урыны һәм үҙ бурыстары булған йәмғиәтте күрһәтә. Бөрйән бал ҡорто үҙенсәлекле. Урал тәбиғәтенең ябай булмаған һауа шарттарында йәшәүсе бал ҡорто сыҙамлы, һалҡындарға бирешмәй.
Проект авторы – билдәле Рәсәй рәссамы, Рәсәй рәссамдар ижади союзы ағзаһы, Рәсәй даны ордены кавалеры, сәнғәт магистры Евгения Васильева (EVA). Уның әҫәрҙәре донъяның күп илдәре музейҙарында, шәхси коллекцияларҙа урын алған.
«Евгения Васильева Бөрйән бал ҡорто тураһында барыһын да белгән кеүек, Башҡортостанда йәшәүселәр кеүек үк, уның матурлығы, өҫтөнлөктәре менән һоҡлана, - ти Светлана Игнатенко. – Васильева рәсемдәрендәге бал ҡорто тамашасыға башҡорт далаһын ҡош осҡан бейеклектән күреү мөмкинлеген бирә. Бөтә донъяның төҫтәрен үҙенә алған төҫлө тойолған далаларҙағы төрлөлөктө күрһәткәндәй!»
Проект Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сәнғәт факультеты, Санкт-Петербургтағы Художество академияһының фәнни-тикшеренеү музейы ярҙамында тормошҡа ашырыла.