XXI быуат афәте булған коронавирус йоғошло сире башланғандан алып медицина өлкәһендә эшләүселәргә ҙур көсөргәнешлек төшә.
Яңы штамдар барлыҡҡа килеү менән, табиптар, фельдшерҙар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр сирлеләрҙең артыуы сәбәпле, медицина ярҙамы күрһәтәләр, шәхси саҡырыуҙарға ашығалар.
Бындай осраҡтарҙа, вакцинацияланыуҙан тыш, санитар-эпидемиология талаптарын ҡәтғи үтәү, пациенттар менән эшләгәндә шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу – мотлаҡ шарт.
Рәсәй Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең төбәк бүлеге халыҡҡа гуманитар, аҙыҡ-түлек социаль йыйылмалары әҙерләп, даими ярҙам итеп тора. Шулай уҡ медицина ойошмаларына ла булышлыҡ күрһәтелә.
Талбазы үҙәк район дауаханаһында эшләүселәргә лә ковидҡа ҡаршы йыйылмалар бирелде. Унда бер тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр, бирсәткәләр, ҡулды эшкәртеү өсөн антисептик, халыҡ араһында таратыу өсөн ҡулланма.
Талбазы дауаханаһының ойоштороу-методика бүлеге мөдире, Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең район бүлеге рәйесе Нурия Вәлиева участка терапевтарына, педиатрҙарға, тиҙ ярҙам хеҙмәте фельдшерҙарына, вакцина-профилактика кабинеты хеҙмәткәрҙәренә ошондай йыйылмаларҙы тапшырҙы.