Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2022, 12:53

ЯҢЫ СИКЛӘҮҘӘР ҒӘМӘЛГӘ ИНДЕРЕЛДЕ

– Коронавирустың яңы штамы – «омикрон» – бөтә ил буйынса тиҙ таралып бара. Ул юғары йоғошлолоҡ менән айырылып тора.

ЯҢЫ  СИКЛӘҮҘӘР ҒӘМӘЛГӘ ИНДЕРЕЛДЕ
ЯҢЫ СИКЛӘҮҘӘР ҒӘМӘЛГӘ ИНДЕРЕЛДЕ

– Коронавирустың яңы штамы – «омикрон» – бөтә ил буйынса тиҙ таралып бара. Ул юғары йоғошлолоҡ менән айырылып тора. Быны башҡа дәүләттәрҙең тәжрибәһендә күреп була. «Омикрон» Рәсәйгә лә килде. Ауырыуҙар статистикаһы уның башҡалала ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә лә булыуын күрһәтә, – тип сығыш яһаны Михаил Мишустин Рәсәй Хөкүмәте янындағы Координация советы ултырышында. – Хәлдең төрлө үҙгәрешенә әҙер булырға кәрәк. Төбәктәрҙәге етәкселеккә эште әүҙемләштереү мөһим. Был медицина ойошмалары, ашығыс ярҙам хеҙмәте, ҡыҙыу телефон линияһы, студенттарҙы, ирекмәндәрҙе һәм өлкән йәштәгеләр менән эшмәкәрлеккә ҡағыла. Кешеләрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ.

 

18 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда «омикрон» йоҡтороуҙың 23 осрағы теркәлгән.

Коронавирус менән  ауырыусыларҙың дөйөм һаны - 125 813 человек. Бер тәүлектә 253 яңы осраҡ асыҡланған. 116 910 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 299-ы – үткән тәүлектәрҙә. Табиптар йоғошло сиргә 5,5 миллион тест үткәргән. Республика дауаханаларында 1 545 урын бар. Шуның 36 проценты әлегә буш.

Башҡортостанда вакцина эшләү дауам итә. 18 ғинуарға ҡарата 2 264 418 кешегә беренсе компонент эшләнгән. 2 137 521 кеше тулыһынса эшләткән. Был вакцияланырға тейешле кешеләрҙең 91,1 һәм 86 проценты.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: