Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2022, 12:15

Тажлы зәхмәт менән ауырыусылар өсөн карантин ваҡыты кәметелә

Кисә, 18 ғинуарҙа, COVID-19 менән ауырыусылар өсөн карантин ваҡыты кәметелеүе билдәле булды.

Был турала вице-премьер Татьяна Голикова Рәсәй хөкүмәтендә үткән координация советы ултырышында иғлан итте. Карантин хәҙер ике аҙнанан бер аҙнаға кәметелә, йәки ете көн була.

«Беҙ карантин ваҡытын ете көнгә тиклем кәметәбеҙ, тағы ла ҡайһы бер үҙгәрештәр әҙерләйбеҙ. Был үҙгәрештәр яҡын арала Рәсәйҙең баш санитар табибы ҡарары менән ҡабул ителәсәк», — тип белдерә Т.Голикова.

Ул шулай уҡ власть тарафынан был хәлдең күҙәтеләсәген белдерҙе, кәрәк булһа, карантин ваҡыты яңынан ҡараласаҡ.

(“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: