+5 °С
Болотло
Башҡортостанда II «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы бара. Ул «Етегән» төбәк байрамы сиктәрендә ойошторола
Конкурстың зона этабы онлайн-форматта Мәләүез, Туймазы, Тәтешле, Салауат райондарында һәм Сибай, Нефтекама, Өфө ҡалаларында үтәсәк.
Баһалама ағзаларына ғаиләләрҙең үҙҙәре менән ижади таныштырыу өсөн әҙерләгән видеороликтары ебәрелә. Финалға сығыусылар 2022 йылдың 10 февралендә билдәле буласаҡ.
Республика турына үткән 21 ғаилә ошо турҙан һуң иғлан ителә.
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының еңеүселәрҙе һәм призлы урын яулаусыларҙы 1 мартта, «Етегән» – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ башҡорт байрамында, билдәләйәсәктәр.
https://vk.com/wall-128895214_7215 төркөмө материалы буйынса әҙерләнде.