Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2022, 23:10

Башҡортостандан Олимпия уйындарына кемдәр бара?

Ун дүрт йыл элек Пекинда йәйге Олимпия уйындары үткәйне.

Башҡортостандан Олимпия уйындарына кемдәр бара?
Башҡортостандан Олимпия уйындарына кемдәр бара?

Ун дүрт йыл элек Пекинда йәйге Олимпия уйындары үткәйне. XXIV Олимпия уйындарын асыу тантанаһы 4 февралгә, ә 20 февралгәә ябыу церемонияһы планлаштырылған. Паралимпия уйындары 4 марттан 13 мартҡа тиклем барасаҡ.

Башҡортостандан  биатлон буйынса ярыштарға Эдуард Латипов һәм Антон Бабиков (запаста) Рәсәйҙең олимпия йыйылма командаһы составына ингән.

 Ир-егеттәр йыйылма командаһына Александр Логинов, Кәрим Хәлили, Даниил Серохвостов, Максим Цветков инде. Пекиндағы Олимпиадала Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар командаһы исеменән Кристина Резцова, Светлана Миронова, Ульяна Ниғмәтуллина, Ирина Казакевич һәм Валерия Васнецова сығыш яһай.

Рәсәй йыйылма командаһы милли флаг һәм гимнһыҙ сығыш яһаясаҡ, был - допинг ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле Спорт арбитраж судының ҡарары.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: