-9 °С
Ҡар
Бөгөн, 8 ғинуар, урындағы ваҡыт менән 14:35 сәғәттә буран, көслө ҡар яуыуы, юлдарҙа күреү мөмкинлегенең насар булыуы арҡаһында Өфө-Ырымбур йүнәлешендәге Р-240 трассаһында төрлө төр транспорт хәрәкәте сикләнде. Был - федераль трассаның 41-се (Иҫке Муса, Ҡырмыҫҡалы райоын) саҡрымдан 90-сы саҡрымға (Кәбәс ауылы, Ауырғазы районы) тиклем арауығы.
Юл хеҙмәттәре тарафынан автомобиль юлдарынан хәүефһеҙ хәрәкәт итеү өсөн бөтә саралар күрелә. Был трассала 16 берәмек юл техникаһы эшләй.
«Урал буйы» юл идаралығы водителдәрҙең юлда һаҡ булыуын, тиҙлек режимын үтәүен һәм һауа шарттары яҡшырғансы алыҫ юлдарға сығыуҙан тыйылыуҙарын һорай.