2021йылдың 31 декабренән 2022 йылдың 9 ғинуарына тиклем стационар дауаханалар, шулай уҡ ҡабул итеү (Тел. 2-14-23), тиҙ ярҙам бүлексәләре (Тел. 2-13-35) тәүлек әйләнәһенә туҡтамай.
Ауылдарҙағы табип амбулаторийҙары һәм фельдшер-акушер пункттары 3 һәм 6 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем асыҡ була.
Байрам көндәрендә шулай уҡ Талбазы үҙәк дауаханаһында COVID-19 йоғошло сиренә ҡаршы вакцина яһатырға мөмкин.
Район поликлиникаһында участок табип-терапевты һәм табип-педиатр, шулай уҡ процедура кабинетында 3 һәм 6 ғинуарҙа төшкө сәғәт 13:00-ға тиклем ҡабул итеү бар.
Өлкәндәр өсөн регистратура телефоны: 2-17-37 (код:8347-45)
Балалар консультацияһы: тел. 2-01-42.
Байрамдар хәүефһеҙ булһын, сәләмәт булығыҙ!!!