Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2021, 10:24

ТАЛБАЗЫЛА БОҘ МАЙҘАНСЫҒЫ ЭШЛӘЙ

Кисә, 29 декаабрҙә, Талбазы ауылында боҙ майҙансығын асыу тантанаһы үтте.

ТАЛБАЗЫЛА БОҘ МАЙҘАНСЫҒЫ ЭШЛӘЙ
ТАЛБАЗЫЛА БОҘ МАЙҘАНСЫҒЫ ЭШЛӘЙ

Яңы йыл алдынан район үҙәгендә, ауылдарҙа, шәхси йорттар алдында төрлө боҙ һындар, бигерәк тә Йыл символы, таусыҡтар барлыҡҡа килә. Быйыл улар тағы ла күберәк, тағы ла сағыуыраҡ кеүек. Ошо матурлыҡты тыуҙырыусылар ижади кешеләр айырым маҡтауға лайыҡ. Төрлө ерҙәге йыл символы – Юлбарыҫ, Ҡыш бабай, Ҡарһылыуҙар, башҡа йәнлектәр һындары Яңы йыл кәйефе тыуҙыра, күңелдәрҙе күтәрә.

 

Был тантанала ла шундай әүҙем, оҫта ҡуллылар тәбрикләнде. Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов иң яҡшы ҡар һыны авторҙарына сертификаттар тапшырҙы. Талбазы ауыл Советы башлығы Р.Нафиҡов иң матур биҙәлгән йорт хужаларына иҫтәлекле бүләктәр бирҙе.

 

Ә инде район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре дәртле көйҙәр аҫтында төрлө ҡыҙыҡлы ҡышҡы уйындар ойоштороп, байрамды тағы ла сағыуыраҡ итте.

(Район хакимиәте сайты материалдарынан).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: