Рух
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2021, 12:46

2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.

 2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров 28 декабрҙы Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.
2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.

«WorldSkills конкурсын лайыҡлы үткәрҙек, беҙҙең команда яҡшы сығыш яһаны, һөнәри белем биреү системаһы менән эшләү кәрәклегенә иғтибар иттек. Беҙҙә 96 колледж бар. Һөнәри белем биреү өлкәһен яңыртыу тураһында яҡшылап уйларға кәрәк. Беҙ Рәсәй Хөкүмәте менән Өфөлә профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү буйынса федераль үҙәк асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Ярҙам булыр, тип ышанам. Урта махсус уҡыу йорттары ятаҡтарында ла яҡшы шарттар булдырырға, тәү сиратта уҡытыу-производство базаһын яңыртырға кәрәк», - тине Радий Хәбиров.

 

Бынан тыш, киләһе йылда үҙ хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырған предприятиелар етәкселәренә ярҙам итеү өсөн юридик һәм финанс механизмы булдырыу тураһында уйлайбыҙ. Беренсе сиратта эш хаҡы күләменә һәм эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, социаль хеҙмәттәшлекте үҫтереү, юғары уҡыу йорттарында һөнәри оҫталыҡты үҫтереү, ситтән тороп юғары белем алыу мөмкинлеге, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, йәштәр ижади коллективтарын булдырыу, производствола яңы технологияларҙы индереү кеүек күрһәткестәр иҫәпкә алынасаҡ.

 

Шулай уҡ хеҙмәт династияларын айырым билдәләйбеҙ. Хеҙмәт кешеһен, эшсе һөнәрҙәрен пропагандалау мотлаҡ. Тиҙҙән беҙҙе

 Предприятиеларҙа хеҙмәт ресурстары етмәй башлаясаҡ.  Был әле лә күҙәтелә. Тик лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу ғына был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк», - тине Радий Хәбиров.

 

(“Башинформ” мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в