Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2021, 10:26

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын ябыу тантанаһы үтте

2021 йыл Башҡортостанда « Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы» тип иғлан ителде. Талбазы Мәҙәниәт һарайы алдында мәҙәни-спорт сараһы ойошторолдо.

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын ябыу тантанаһы үтте
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын ябыу тантанаһы үтте

2021 йыл Башҡортостанда « Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы» тип иғлан ителде. Талбазы Мәҙәниәт һарайы алдында мәҙәни-спорт сараһы ойошторолдо.

 

Районыбыҙҙа спорт үҫтереүгә, сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға ҙур өлөш индергән кешеләребеҙ бар. Улар уҡыусыларҙа, йәштәрҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Үҙҙәренең фиҙаҡәр эштәре менән ҙур еңеүҙәргә өлгәшерлек спортсылар әҙерләй, Ауырғазы данын күтәрә.

 

Был сарала хакимиәттең Рәхмәт хаты менән спорт ориентирлашыуы буйынса тренер Иванов Николай Петрович, каратэ һәм көрәш буйынса тренер Фәһим Салауат улы Ғайсин билдәләнде. Ишетеп-белеп торабыҙ: уларҙың тәрбиәләнеүселәре районда ғына түгел, республика, Рәсәй ярыштарында ла еңеүсе исемен йыш яулай, призлы урындарҙан ҡалмай.

Шулай уҡ спортта шәхси уңыштары һәм йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн спорт ориентирлашыуы буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарының бронза призын яулаусылар Эльвина Абдрахимова,  Эльнара Ғафарова,  XXVII Халыҡ-ара  һуғыш сәнғәт төрҙәре форумында карате буйынса чемпион исеменә лайыҡ булған Батырхан Ғайсин, шунда уҡ бронза алған Эмил Рахманбердыев, көмөш яулаусы Илвир Рахманбердыев, карате буйынса бронза призеры Йәсминә Фәизовалар ҙа хакимиәттең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.


«Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының Отличие билдәһе Алейся Хисаметдиноваға, Дамир Һәүбәновҡа, Богдан Алексеевҡа, Тимур Хәлиловҡа, Ульяна Григорьеваға, Алиса Хәмиҙуллинаға, Илзира Абдрахмановаға, Руслан Хәсәновҡа тапшырылды.

Тантаналы өлөштән һуң барыһы ла Яңы йыл бейеү флешмобында, спорт эстафеталарында ҡатнашты.

Спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына артабан да уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!

 

 

https://vk.com/club176532996 төркөмө материалдары буйынса.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: